Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2023, 18:20

Стәрлетамаҡ районында һабантуй ҡасан була?

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылға һабантуйҙар уҙғарыу графигын раҫланы.

Тейешле документ  республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты. Документҡа ярашлы, һабан байрамын беренселәрҙән булып Әбйәлил, Әлшәй һәм Ҡалтасы райондары 27 майҙа уҡ билдәләйәсәк.

Архангел, Асҡын, Баҡалы, Бөрө, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ғафури, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Күгәрсен, Миәкә, Нуриман һәм Саҡмағош райондарында һабантуйҙар 3 июндә  ойошторола. 

Ә бына Стәрлетамаҡ районында һабантуй   10 июндә үтәсәк.  Был көндө һабан  туйҙары шулай уҡ Ауырғазы, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Ҡариҙел, Краснокама, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Салауат, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла һәм Шишмә райондарында ойошторола.

Шаран менән Яңауыл районы аграрийҙары һабан байрамын 11 июндә  байрам итәсәк.

17 июндә һабантуйҙар  Бәләбәй, Бүздәк, Ишембай, Ҡыйғы һәм Стәрлебаш райондарында, ә 24 июндә Межгорьела була.

Һабан байрамын иң  һуңғыларҙан булып  Иглин менән Балтач райондары 1 июлдә билдәләйәсәк. 

Р.УСМАНОВА

Стәрлетамаҡ районында һабантуй ҡасан була?
Стәрлетамаҡ районында һабантуй ҡасан була?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: