Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2023, 16:45

Радий Хәбиров Украинаның оборона министрына башҡорттарҙың ни өсөн һуғышыуын аңлатты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында Украинаның оборона министрына башҡорттарҙың ни өсөн һуғышыуын аңлатты:

Радий Хәбиров Украинаның оборона министрына башҡорттарҙың ни өсөн һуғышыуын аңлатты
Радий Хәбиров Украинаның оборона министрына башҡорттарҙың ни өсөн һуғышыуын аңлатты

«Мин Совет Армияһында хеҙмәт иткән саҡта Украина ССР-ынан да бик күп егеттәр бар ине. Ябай егеттәр. Хәҙер уларҙың ҡайҙа икәнен белмәйем. Мин — Башҡортостан башлығы, мин — башҡорт. Бөгөн минең эшем — республикабыҙҙы үҫтереү, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм иҡтисадтың үҫешен тәьмин итеү.

Һеҙҙең менән килешәм, Башҡортостан — көслө төбәк. Ысын хужаларығыҙҙың санкцияларына ҡарамаҫтан, беҙ, тотош ил кеүек үк, үҫешәбеҙ һәм алға барабыҙ.

21-се быуатта илемә һәм халҡыма, Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек, йәнә фашизмға ҡаршы көрәшергә тура килә. Республика етәксеһе булараҡ минең  төп маҡсатым — башҡорт яугирҙәре үҙ бурысын яҡшы үтәһен һәм илебеҙ дошмандарын юҡ итһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү.

Һеҙ генерал Шайморатовты иҫкә төшөргәнһегеҙ. Ул — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең милли геройы. 1943 йылда Донбасты фашизмдан азат иткәндә батырҙарса һәләк булған. 80 йылдан һуң генерал Шайморатовтың тоҡомдарына, атай-олатайҙарыбыҙ кеүек, ҡиммәттәребеҙҙе яҡларға һәм тыныс халыҡты ҡотҡарырға тура килер тип кем уйлаһын.

Әйткәндәй, Шайморатов батальоны берәү генә түгел. Уның янына Салауат Юлаев, Александр Доставалов, Даян Мурзин батальондары сафҡа баҫты.

Һеҙ ҙә, ир-егеттәрегеҙҙе ҡотолғоһоҙ үлемгә дусар иткәндәр ҙә аңлай алмаған бер нәмә тураһында әйткем килә. Алғы һыҙыҡта Башҡортостан егеттәрен башҡорттар, тиҙәр, ә улар араһында илебеҙҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың вәкилдәре бар. Ә беҙ барыбыҙ ҙа — ҙур күп милләтле Рәсәй, рәсәйҙәр».

Һүҙен йомғаҡлап, Радий Хәбиров Украинаның оборона министрына башҡорттарҙың «Шайморатов генерал» йырын тыңларға кәңәш бирҙе.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: