+28 °С
Болотло
Башинформ яҙғанса, уҙған йылдың ноябрендә Азат Бадранов үҙ теләге менән лейтенант дәрәжәһендә алғы һыҙыҡҡа барырға хәл итте. Вице-премьер һигеҙ ай инде махсус хәрби операция зонаһында, тәүге ярты йылды Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон составында, ә һуңғы ике айҙа 3-сө армия корпусының сәйәси бүлеге офицеры булып хеҙмәт итә, шулай уҡ республика хәрбиҙәренә ярҙам күрһәтеү, яугирҙәргә гуманитар йөк ташыуҙы көйләү эштәрен башҡара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, генерал Шайморатов миҙалы Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән булдырылды. Награда хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.
Башинформ.