Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2023, 18:35

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы йәш ғалимдарға гранттар өсөн ғаризалар ҡабул итә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың гранттар буйынса советы менән берлектә 2023 йылда йәш ғалимдарға — аспиранттарға һәм фән кандидаттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн республика бюджетынан субсидиялар формаһында гранттар конкурсын үткәрә.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы йәш ғалимдарға гранттар өсөн ғаризалар ҡабул итә
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы йәш ғалимдарға гранттар өсөн ғаризалар ҡабул итә

Ғаризаларҙы һәм документтарҙы 2023 йылдың 30 майынан 28 июненә тиклем тапшырырға мөмкин.

«Башҡортостан Башлығы Указы менән 2021 йылдан йәш ғалимдарға гранттар булдырылды, — тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. —  Уларға ярҙам өсөн йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 30 миллион һум бүленә, шул иҫәптән 10 аспирантҡа —  500 мең һум, 10 фән кандидатына — 1 миллион һум, грант 2 йылға иҫәпләнгән».

Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, 2022 йылда ғаризалар 2021 йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк тапшырылған. Был йәштәрҙең илебеҙ фәнен үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләй.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: