Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Июнь 2023, 08:15

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы подразделениелары хәрби әҙерлек урынына юллана

Өфөнөң Совет майҙанында «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы подразделениеларын оҙатыу сараһы була. Кесе йома, 1 июндә, Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы һәм Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы хәрби әҙерлек урынына юллана. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы подразделениелары хәрби әҙерлек урынына юллана«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы подразделениелары хәрби әҙерлек урынына юллана
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы подразделениелары хәрби әҙерлек урынына юллана

Алексей Сухоруков Стәрлетамаҡ районында тыуып үҫкән, Советтар Союзы Геройы. Бөйөк Ватан һуғышын үткән. Артиллерия батареяһы командиры булған. Батырлыҡ өсөн «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнгән.

Әхмәт Дәүләтов —  хәрби табип, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының медик-санитар эскадрон командиры. Фронтҡа алынғансы Өфө госпиталендә яралыларҙы дауалаған. Орден-миҙалдар менән бүләкләнгән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас