Балалар – беҙҙең бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Улар – беҙҙең дауамыбыҙ. Улар ниндәй буласаҡ, үҙҙәренә ниндәй юлды һайлаясаҡтар, ниндәй донъяла йәшәйәсәктәр – уныһы ла беҙҙән тора. Йәш быуындың бала сағы хәүефһеҙ, бәхетле һәм ҡайғы-хәсрәтһеҙ үҫһен өсөн беҙ барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Уларҙы һау-сәләмәт, һәр яҡлап үҫешкән, тәртипле, намыҫлы һәм үҙ ҡалаһын яратҡан кеше итеп үҫтереү – ата-әсәләребеҙҙең һәм йәмғиәтебеҙҙең бурысы.
Ҡәҙерле балалар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм йәйге сағыу тәьҫораттар теләйем! Иң изге теләктәрегеҙ бойомға ашһын. Һәр ғаиләлә тыныслыҡ, ҡот-бәрәкәт булһын, һәр баланың тормошо ата-әсәләренең һәм яҡындарының һөйөүе һәм иғтибары менән тулы булһын әйҙә!
Рөстәм Ғәзизов,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.