

Презентацияларҙы һәм видеороликтарҙы ҡарағандан һуң жюри еңеүселәрҙе номинациялар буйынса түбәндәгесә бүлде:
— «Алтын ғаилә» — Хәйбулла районынан Яркинбаевтар;
— «Ишле ғаилә» — Күмертау ҡалаһынан Ниғмәтовтар;
— «Ауыл ғаиләһе» — Ҡыйғы районына Сәйетовтар;
— «Ғаилә — тардицияларҙы һаҡлаусы» — Стәрлетамаҡ районынан Әхмәровтар ғаиләһе.
Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, төбәк этабында еңеүселәр һәр номинацияла «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Көҙ көнө Мәскәүҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм еңеүсе ғаиләләрҙе бүләкләү тантанаһы була.
Башинформ.