Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Июнь 2023, 13:25

Ҡанбабаларыбыҙҙың тәүтөйәгенә сәйәхәт

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының бер төркөм студенттары күптән түгел Таулы Алтай Республикаһында булып ҡайтты. Унда улар Бөтә Рәсәй студенттарының төрки телдәр, фольклор һәм әҙәбиәт буйынса олимпиадаһында ҡатнашып 2-се урын яуланы. Ошо әһәмиәтле ваҡиға һәм филологтар көнө уңайынан факультет олимпиадала ҡатнашыусылар, студенттар һәм уҡытыусылар менән осрашыу уҙғарҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотланы.

Олимпиада йыл һайын май айында Алтай Республикаһының Таулы Алтай дәүләт университетының алтаистика факультетында уҙғарылып килә.

Татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы мөдире Илсур Мансуров етәкләгән быйылғы команда составында башҡорт һәм төрки филологияһы, татар һәм сыуаш филологияһы студенттары: Вәхитова Таңсулпан, Сөләймәнова Розалина, Мөғәмирова Әлфиә, Әхмәтшина Гөлфиҙә, Никифорова Кристина, Алексеева Инна ҡатнашҡан. Студенттар Алтайҙа олимпиадала ҡатнашып ҡына ҡалмаған, һәр студент Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияла ғилми-тикшеренеү эшен күрһәткән, халыҡ-ара гастрофестивалдә, халыҡтар дуҫлығы фестивалендә булырға ла өлгөргәндәр. Команда ағзалары ошондай әһәмиәтле сарала ҡатнашырға мөмкинлек булдырғаны өсөн Стәрлетамаҡ филиалы етәкселегенә һәм факультетына рәхмәт белдерҙе һәм сәйәхәттән алған тәьҫораттары менән бүлеште.

– Бөгөнгө көн геройҙары – Таулы Алтай Республикаһында уҙған олимпиадала ҡатнашыусылар. Аҙна дауамында барған олимпиадала ҡатнашып ҡына ҡалманы улар, Рәсәй кимәлендә 2-се урын яулап, оло еңеү менән ҡайттылар! – тип шатлыҡлы хәбәрҙән башланы һүҙен башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, доцент Рәйсә Илишева сараны асып һәм филологтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы. – Ер йөҙөндә һәр кем үҙ телен белергә тейеш. Бында ысын филологтар ултыра. Ысын телсе (филолог) бер нисә телде белергә тейеш, – тип дауам итте һүҙен Рәйсә Хәким ҡыҙы. – Йыл һайын беҙҙең факультет студенттары Таулы Алтайға барып, ҡәрҙәш халыҡтар менән яҡынданыраҡ аралашып, олимпиадаларҙа ҡатнашып, тәжрибә туплап, йылы тәьҫораттар алып ҡайта. Башҡорт бүлегенән йыл да өсәр команда ҡатнаша.

Быйылғы команда иһә төрлө бүлектәрҙән: татар һәм сыуаш теле бүлектәренән дә торҙо. Быйылғы команданы етәкләгән татар һәм сыуаш кафедраһы мөдире, доцент Илсур Мансуров та бик ҡыҙыҡлы тәьҫораттары менән бүлеште.

– Алтай – ул төрки халыҡтарҙың ата-бабаларының, йәғни беҙҙең ҡанбабаларыбыҙҙың тәүтөйәге, беҙ быға йәнә бер тапҡыр инанып ҡайттыҡ, – тип бик мауҡытырғыс итеп һөйләне Илсур Сәлихйән улы. – Себер далаларынан башланып Ҡытай, Монголияға тиклем һуҙылған Алтай тәбиғәте иҫ киткес матур, тауурмандары ла, йәйрәп ятҡан далалары ла бар. Бында туризм үҫешкән. Маральник сәскә атҡанда бар донъя, тауҙар алһыу төҫкә инә. Күҙ иркәләр, әммә ҡырыҫ Катунь (беҙҙеңсә Ҡатын) йылғаһы, Ай күле, дүрт ҡатлы музей – бына шундай иҫтәлекле урындарҙа булып, матур тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.

 Алтай йыл һайын төрки телдәрҙе өйрәнеүселәрҙе үҙенә йыя. Студенттар командаһы беренсе тапҡыр Алтайға бынан ун ете йыл элек барып ҡайтҡайны, – тип бәйнә-бәйнә һөйләп үтте етәксе. – Бында студенттарға төрки халыҡтарҙың фольклоры, руна яҙмаларына (төрки телдәрҙең уйғыр-уғыҙ төркөмөнә ҡараған боронғо уйғыр әҙәби теле; Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары һ.б.) ҡағылышлы бик ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирергә кәрәк ине. Ҡатнашыусыларға тел һәм әҙәбиәт буйынса ижади задание бирелде. Шулай уҡ хакас шағирәһе ижадына анализ яһанылар. Беҙҙең студенттарыбыҙ олимпиаданан тыш, стажировка ла үтте.

Һәр нәмә лә сағыштырыу аша беленә, таныла, Алтайға барып ҡайтҡас шуны аңланым: унда тыва, алтай, хакас халҡы вәкилдәре бик аҙ икән. Әммә улар үҙ телен өйрәнә. Улар менән сағыштырып ҡарағанда, беҙ әллә күпмегә күберәк. Ошо бәләкәй генә дәүләт үҙенең күп яғы менән хайран итте.

Студенттар төрки халыҡтар фестивале, гастрофестиваль, Алтай халҡының милли аштары менән танышыуы, милли уйындар фестивале, тәбиғәттә йәйәнән уҡ атыу кеүек бик мауыҡтырғыс уйындар уҙғарылыуы тураһында әҫәрләнеп һөйләне.

– Кешеләре бик ярҙамсыл, изге күңелле булыуы әллә ҡайҙан күренеп тора, – тип бүлеште уй-тәьҫораттары менән олимпиада еңеүсеһе Таңсулпан Вәхитова. – Беҙ, башҡорттар, оялсан, тартынабыҙ, тыйнаҡбыҙ, ә улар иһә асыҡтар. Ҡәрҙәш халыҡтар менән тәржемәсеһеҙ ҙә еңел аралаштыҡ, нимә тураһында һөйләгәндәре аңлашылып тора. Уларҙа ла беҙҙәге һабантуйға оҡшаш саралар уҙғарыла икән. Алтай йырҙарын өйрәндек. Алтайҙарҙа мәжүсилек һаҡланған, христиандар ҙа бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: юл сатынан үткәндә улар диагональ буйынса, ҡыялатып үтәләр икән.

 Алтай йәнә лә шуныһы менән ғәжәп итте: унда бейек йорттар юҡ. Баҡтиһәң, унда сейсмик сәбәптәр арҡаһында күп ҡатлы йорттар төҙөмәйҙәр икән, тип тә иҫкә төшөрөп үтте сарала ҡатнашыусылар.

 Алтайҙар беҙҙең батырҙарыбыҙ, “Урал батыр” эпосыбыҙ, ғөрөф ғәҙәттәребеҙ тураһында белә. Алтай халҡының дамляма, чок-чок, ҡорот, талҡандан йомарлап эшләнгән милли ризыҡтарынан да ауыҙ иттек, – тип бүлеште тәьҫораттары менән студенттар.

 – Уларҙағы тотем ағасы – беҙҙәге байтирәк, – тип әңгәмәне ҡеүәтләп ебәрҙе Рәйсә Хәким ҡыҙы. – Был образ Рәми Ғарипов шиғырында бар. Бына шундай уртаҡ оҡшашлыҡтар. Беҙҙең Жәлил Кейекбаев һымаҡ күренекле шәхестәребеҙ бар, ә уларҙа юҡ. Ә бит беҙ ҙә ошо шәхестәрҙең һәйкәле янында шундай саралар үткәрә алабыҙ.

Сара бик йәнле үтте. Студенттар Алтайҙан алған тәьҫораттары менән бүлешеп кенә ҡалманы, Алтай күстәнәсен дә алып ҡайтырға онотмағандар.

Улар шундай рухланып ҡайтҡандар, хатта һөйләгәндәрен тыңлаһаң да, үҙең шунда барып ҡайтҡандай булаһың. Ысынлап та, Алтай – ҡанбабаларыбыҙҙың тәүтөйәге икәненә инанырлыҡ.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

 Фотолар факультет архивынан алынды.

Ҡанбабаларыбыҙҙың  тәүтөйәгенә сәйәхәт
Ҡанбабаларыбыҙҙың  тәүтөйәгенә сәйәхәт
Ҡанбабаларыбыҙҙың тәүтөйәгенә сәйәхәт
Автор:Роза Сафина
Читайте нас