

«Беҙ тотош республика менән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Һеҙ ысын геройҙар, ысын ир-егеттәр тәрбиәләгәнһегеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы. – Беҙҙең маҡсат – уларҙың хәтерен мәңгеләштереү. Беҙ мотлаҡ һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күрербеҙ».
Республика етәксеһе Альберт Кәримовтың һәм Артём Мамыкиндың туғандарына генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Ике яугир ҙә был наградаға үлгәндән һуң лайыҡ булған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре теләгән ваҡытта район хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип билдәләне Радий Хәбиров. Бынан тыш, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына Республика кардиология диспансерында дауаланыу курсын үтергә тәҡдим итте.
«Беҙҙә һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре өсөн махсус дауалау программаһы бар. Унда хәстәрлекле, иғтибарлы табиптар эшләй», - тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.
Башинформ.