Николай Мацук «ҡан биреүҙең максималь һаны» номинацияһында «Рәсәйҙең иң шәп доноры -2023» тип танылған. Был турала республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итә.
Николай 1979 йылдан бирле ҡан биреп килә, беренсе тапҡыр армияла хеҙмәт иткәндә тапшыра. Шунан һуң заводта эшләгәндә үҙенең бригадаһы менән дә, үҙаллы ла донор була. Әлеге көнгә ул 143 тапҡыр ҡан һәм бер тапҡыр плазма тапшырған.
«Николай Дмитриевич бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Уның миҫалында ошо изге ғәмәлде – донорҙар династияһын яҡындары ла дауам итерҙәр, тип ышана», - тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе. Ә бит ул, донор булараҡ, күпме кешенең ҡыл аҫтында ҡалған ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам иткән! Николай Дмитриевичҡа ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Р.САФИНА.
Айрат Рәхмәтуллин фотоһы.