Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Июнь 2023, 11:20

Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре ҡорбан салды

Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса,  беҙҙең республикала Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы бара.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса старт алған “Атайсал” проекты бына хәҙер ике йыл инде ғәмәлдә һәм ул изге эштәр аша кешеләрҙе берләштереүен дауам итә.  

Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре лә  ошо “Атайсал” проектына дәррәү ҡушылды. Мәҫәлән, ағинәйҙәр йыл башында махсус хәрби операциялағы яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр менән посылкалар ебәрҙе, шулай уҡ, аҡсалата ярҙам да ойошторҙолар.

Бөгөн, изге йома  көндө ағинәйҙәр, һуғыштағы яугиҙарыбыҙ имен-аман йөрөһөн, иҫән-һау  әйләнеп ҡайтһын өсөн, уларға бағышлап ҡорбан салды. Ҡорбандың  бер өлөшөнән ҡорбан  ашы ойошорҙо, ҡалған өлөшөн мохтаждарға таратып бирелде. Ағинәйҙәребеҙ һуғышта һәләк булғандарҙың рухына бағышлап изге теләктәр теләне, был ҡан-ҡойоштар тиҙерәк туҡтаһын, Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын, тип доғалар уҡыны.

Изге  ғәмәлдәр ҡылыу –  үҙе бер сауаплы эш, бергәләп тотонғанда һәр эш тә ырамлы бара, һалдаттарыбыҙ ҙа имен-аман йөрөп, Еңеү менән ҡайтыр, иншалла.

Роза САФИНА.

 

Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре ҡорбан салды
Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре ҡорбан салды
Автор:Роза Сафина
Читайте нас