Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Июнь 2023, 07:05

Эстәрлелә һаҡланған Салауат эҙҙәре буйлап...

Быйыл Башҡортостан тарихында мәңге һаҡланған бөйөк, дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы булған Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл. Ошо уңайҙан беҙ, Салауат эҙҙәрен эҙләп, ҡалабыҙҙағы тарих-крайҙы өйрәнеү музейына йүнәлдек.

Эрмитажда йөрөгән һымаҡ хис итәһең!

Ғәҙәттә, беҙ Стәрлетамаҡ тарихын Тоҙ пристанынан башлана тип һөйләргә күнеккәнбеҙ. Әммә Стәрлетамаҡ тарих-крайҙы өйрәнеү музейына иғтибар менән байҡау яһағандан һуң, ҡалабыҙҙың тарихы беҙ уйлағандан күпкә боронғораҡ һәм байыраҡ икәненә инанабыҙ. Оҙаҡ йылдар ошо музейҙа эшләгән һәм уны тулыландырыуға ҙур өлөш индергән ғилми хеҙмәткәре, экспозиция-күргәҙмә бүлеге мөдире Наталья Олеговна Насирова бындағы һәр экспонаттың тарихын сәғәттәр буйына һөйләй ала.

 Ундағы бер нәмә лә осраҡлы килеп эләкмәгән. Башҡорт, татар, сыуаш, мордва, рус, украин халыҡтарының боронғо милли кейемдәрен, башҡорт тирмәһен, урыҫ өйөн күреү менән бынан йөҙҙәрсә йылдар ошо ерлектә кемдәр йәшәгәнлеге күҙ алдына баҫа.

Музейҙың икенсе ҡатында йөрөгәндә үҙеңде хатта ниндәйҙер кимәлдә Эрмитажда йөрөгән һымаҡ хис итеп ҡуяһың!.. (һәр хәлдә миңә шулай тойолдо). Унда боронғо Стәрлетамаҡтың барлыҡҡа килеүе, ауылдан ҡалаға әйләнеүе, ҡала үҫешенең төп этаптары – барыһы ла сағылдырылған. Мәҫәлән, Левашов ҡәберлегенән табылған әйберҙәргә мең ярым йыл самаһы! Ысынлап та, Стәрлетамаҡ бик боронғо ҡала тип әйтергә урын бар! Әйткәндәй, ул ҡомартҡылар әлеге Сода заводын төҙөгән саҡта табылған. Баш күтәреүселәрҙең уҡлы башҡорт һаҙағы, ҡылыс, айбалта, суҡмар һымаҡ боронғо һуғыш ҡоралдары беҙҙе Пугачев яуы заманына алып ҡайта, йәғни, Стәрлетамаҡта Салауат Юлаев эҙҙәре һаҡлана. Үҙ заманының ауыр ҡәлғә артиллерияһы шедевры булған тимер ҡойоу сәнғәте ҡомартҡыһы – Белореттан килтерелгән Әүжән-Петровка заводында эшләп сығарылған ҡоростан ҡойолған пушка ХVIII быуат тарихын күҙ алдына баҫтыра. Әйткәндәй, 1762 йылда ҡатай башҡорттарынан һатып алынған ерҙә төҙөлгән заводтың тәүге биләмәһе ағастан төҙөлә, шунлыҡтан Пугачев күтәрелеше ваҡытындағы янғындарҙан һуң һаҡланмаған.

 Башҡорт ерҙәре бөлгөнлөккә төшкәнен күреп...

Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Салауат Юлаев 1773-1775 йылғы крәҫтиәндәр һуғышы башланғандан алып баш күтәргән бөтә Башҡортостан башында тора. Уны батша властары 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға ала, ә атаһы Юлай Аҙналинды унан да алда әсиргә алған булалар.

Бығау һалып, улар Мәскәүгә оҙатыла. Юлай Аҙналин бик һәләтле, бай, аҡыллы һәм абруйлы кеше була. Башҡорттар уны бик ихтирам итә һәм улус старшинаһы итеп һайлай. Урындағы властар ҙа старшинаға ышаныс һәм хөрмәт менән ҡарай.

Салауат Юлаев 1754 йылда Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Тикшереү ваҡытында Салауат үҙен Өфө өйәҙенең Тәкәй ауылында тыуған, ә Юлай ауылында йәшәгән тип күрһәтә. Тарихсылар билдәләүенсә, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналинды ябай общинниктар иҫәбенә мал йыйған бай старшиналарға индереп булмай. Ул башҡорттарҙы аҫаба ерҙәрен һатыуға өндәгән, үҙҙәре өсөн файҙалы шарттарҙа тимер юл заводтары төҙөү өсөн ер һатып алыу йәки ҡуртымға алыу тураһындағы закондарҙы аңлы рәүештә боҙған губерна хакимиәте вәкилдәренә ҡаршы көрәшкән.

1768 йылда Ырымбур губернаторы кенәз Путятин үҙе Юлайҙы башҡорт командаһы старшинаһы итеп тәғәйенләй. Ләкин тиҙҙән сауҙагәр Твердышев Юлай Аҙналин биләмәһендәге ерҙәрҙе Сим заводына тартып ала. Башҡорт ерҙәре бөлгөнлөккә төшә, шуға күрә лә Юлай Аҙналин менән уның ун туғыҙ йәшлек улы Салауат Емельян Пугачев етәкселегендәге хәрәкәткә ҡушыла.

Салауатты тотҡандан һуң ун ай үткәс, 1775 йылдың сентябрендә, атаһы менән бергә язаға тарттырыла. Бөтә халыҡ алдында икеһен дә 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтыралар. Бер айҙан һуң танау япраҡтарын өҙөп алалар, маңлайҙарына һәм йөҙҙәренә келәймә баҫтыралар. 1775 йылдың 2 октябрендә ҡул-аяҡтары бығауланған Салауат менән Юлай һаҡ аҫтында Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) мәңгелек каторгаға оҙатыла.

Балтика порты Рогервикка Петр I тарафынан нигеҙ һалына. Әммә башҡорт ихтилалында ҡатнашыусыларҙы Рогервикка килтергәндә ҡәлғә ташландыҡ хәлдә була. Унда ҙур булмаған бер гарнизон һәм аҙ ғына әсирҙәр ҡалған була. Салауат менән Юлай бында үҙ көрәштәштәрен: Пугачев полковнигы И.С. Аристовты, полковник Ҡәнзәфәр Усаевты һәм башҡаларҙы осрата. Салауат Юлаев менән атаһы ҡалған ғүмерен ошонда үткәрә. Салауат һөргөндә 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.

 Пристань ысын ҡәлғә була

1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Пугачев яуының Стәрлетамаҡ менән бәйле осорона күҙ һалайыҡ.

...19 ноябргә ҡарай төндә пристань янында Пугачёв полковниктары Ҡасҡын Һамаров, Ҡанбулат Юлдашев һәм Ҡаранай Моратов командаһы аҫтында дүрт мең (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса – һигеҙ мең) башҡорт ғәскәре пәйҙә була. Уға тиклем улар Ашҡаҙар менән Эстәрле ауылдарын ҡулға ала. Эстәрлеләге пристанды һаҡлау өсөн 600 һәм 250 башҡорт урынлаштырыла.

Тоҙ пристанын майорҙар Н.И. Головой һәм И.К. Маршилов етәкселегендәге 70 һалдаттан торған гарнизон һаҡлай. Әммә ике майор ҙа, прапорщик Ветошников һәм “тоғро” башҡорт старшиналары Ҡолой Балтасов һәм Шәрип Кейеков ноғайбәк казактары оҙатыуында Өфөгә ҡаса. Унда барып етеү менән 19 ноябрҙә пристань ҡолауы тураһында иғлан итәләр, әммә ул 22-нә тиклем һаҡлана.

Тарихтан белеүебеҙсә, пристань ысын ҡәлғә була, шуға баш күтәреүселәр уны шунда уҡ ҡулға төшөрә. Һаҡлаусылар боеприпастар тотонолоп бөткәс кенә баш эйә. Плендағы Богданов үҙ командаһы менән Пугачёв ставкаһына оҙатыла, ә Гуров пристанда ҡалдырыла. Оҙаҡламай бында, Өфөгә барышлай, башҡорттар йәшәгән территорияла баш күтәреүсе ғәскәрҙәр командующийы тарафынан тәғәйенләнгән Пугачёвтың яҡын көрәштәше Яйыҡ казагы И.Н. Зарубин-Чика килеп етә, ә ул 1773 йыл аҙағына тотош баш күтәреүселәр контроле аҫтына күсә. 1774 йыл башында Ҡазан яғынан хөкүмәт ғәскәрҙәренең дөйөм һөжүме башлана.

22 мартта Ырымбурҙан алыҫ түгел Татищев ҡәлғәһе янында Пугачёв генерал П.М. Голицын тарафынан тар-мар ителә, баш күтәреүселәр ҙур юғалтыуҙар кисерә.

Ошо уҡ ваҡытта 24 мартта, подполковник И.И. Михельсон Өфө янындағы һуғыштарҙа Чесноковка ауылы янында Зарубин-Чика ғәскәрен тар-мар итә, ике көндән Табынға ҡасҡан Зарубин тотола һәм пленға алына. Михельсон, Өфө һәм Исәт провинцияһы биләмәһендә Салауат Юлаев һәм башҡа башҡорт полковниктары отрядтарын еңеп тә, башҡорт ихтилалдарын баҫтыра алмаған, ни өсөн тигәндә, улар партизандар тактикаһына күсә.

Стәрлетамаҡ пристаны 1774 йылдың март аҙағына тиклем баш күтәреүселәр ҡулында була. 30 мартта Михельсон Стәрлетамаҡҡа секунд-майор С.М. Тютчев командаһы аҫтында 300 һалдат ебәрә.

Зарубинды ҡотҡармаҡсы булған гарнизон унтер-офицерҙар атаманын, башҡаларҙы ҡурҡытыу өсөн аҫалар. Атамандың исеме билдәһеҙ.

 Тар-мар ителгән Пугачёв бер нисә йөҙ казагы менән Пречистен ҡәлғәһенә ҡаса. Ә унан Кинйә Арыҫланов оҙатыуында Ағиҙел йылғаһы аръяғына, Көньяҡ Уралдағы тау заводы яғына сығып китә. Был юлы Пугачёв, яҙғы ташҡын арҡаһында юл булмағанлыҡтан, ҡотолоп ҡала.

 Уны эҙәрлекләгән генерал Ф.Ю. Фрейман менән подполковник Н.Я. Аршеневский апрель башында пристанға инә. Фрейман бында бер нисә көн юл асылғанын көтә, алты ай ҡамауҙа ҡалған Ырымбурҙы аҙыҡ-түлек, фураж менән тәьмин итеү өсөн Ашҡаҙар ауылында хәрбиҙәр өсөн магазин аса.

Пристань был ваҡытта баш күтәреүсе башҡорт отрядтары һөжүменә йыш дусар ителә.

Стәрлетамаҡ янындағы һуғыш

 Уны Санкт-Петербург карабинер полкының подполковник Иван Рылеев командованиеһы аҫтындағы ике ротаһы һаҡлай. Был полктың частары, бер үк ваҡытта Ырымбур губернаһының үҙәк өлөшөндә Пугачёв отрядтары менән һуғышта ҡатнашып, Яңы-Мәскәү юлын – Ҡазан менән Ырымбур араһындағы төп коммуникацияны һаҡлай.

Карабинерҙар тарафынан Стәрлетамаҡ пристаны тирәһен утыҙ саҡырым радиуста контролдә тотҡан йөҙҙәрсә атлылыр төркөмө булдырыла.

 Май уртаһында подполковник Рылеев Өршәк һәм Дим түбәләрендә отрядтар йыйған Ҡаранай Моратовҡа ҡаршы һуғыша. 60 кешеһен юғалтҡан Рылеев гусарҙары һәм карабинерҙары менән пристандан ун ике саҡырым алыҫлыҡтағы Мырҙалар ауылына сигенергә мәжбүр була. Улар мәсеттә йәшенеп, өс тәүлек буйы түңәрәк оборона яһап, пугачевсыларҙан ҡасып ҡала. Һуғыш шауы Стәрлетамаҡҡа ишетелеп тора. 20 майҙа Рылеев дислокация урынына үтеп инә. Пугачёвсылар пристанды ҡамап ала, Фрейман урынлаштырған складтарҙы талай һәм яндыра.

1 һәм 2 июлдә Ҡаранай Моратов Көҫәпҡол Азатбаев менән йәнә ике тапҡыр пристанды алырға маташа. 5 июлдә пристань менән Аллағыуат ямы араһында Ҡаранай Ырымбурҙан Өфөгә ҡарай походҡа сыҡҡан генерал П.М. Голицын корпусының юлын ҡапларға маташа, әммә еңелә. Был Стәрлетамаҡ янындағы һуғыштың иң һуңғы әһәмиәтле ваҡиғаһы була.

Тарихи материалдарға таянып,

Роза САФИНА әҙерләне.

Эльдар Фәттәхов фотолары

Эстәрлелә һаҡланған Салауат эҙҙәре буйлап...
Эстәрлелә һаҡланған Салауат эҙҙәре буйлап...
Эстәрлелә һаҡланған Салауат эҙҙәре буйлап...
Эстәрлелә һаҡланған Салауат эҙҙәре буйлап...
Эстәрлелә һаҡланған Салауат эҙҙәре буйлап...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас