

Тамсы ла алкоголь эсмәгеҙ
Йәй һайын тиҫтәләрсә кеше һыуға батып үлә. Үткән ял көндәрендә генә Башҡортостандың йылға-күлдәрендә бер-бер артлы һигеҙ ир-егет батты. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың барыһы ла рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән. Шаһиттар әйтеүенсә, күптәре иҫерек булған.
Һыу буйындағы ялдың төп ҡағиҙәһе – эскән килеш һыуға төшмәгеҙ! Үҙегеҙ менән тәмле ризыҡтар, балалар менән уйнау өсөн туп алығыҙ, тик иҫерткес эсемлектәр түгел! Бында үҙеңде тотоу, үҙ көсөңә ышаныу тураһында һүҙ бармай. Эскән кешенең ҡан тамырҙары киңәйә, һыуға төшкәс, йәғни температура ҡапыл үҙгәреү сәбәпле, улар ҡапыл тарая. Әгәр һыу шлангы ҡапыл бөгөлһә, нимә була? Уның эсендәге һыу иң йоҡа урындан атылып килеп сыға. Халыҡ әйтмешләй, ҡайҙа бушаҡ – шунда өҙөлә. Кеше организмына килгәндә ул – иҫтән яҙыу, инфаркт һәм инсульт осраҡтары.
Иғтибар – балаларға
Ололар үҙ ҡылығына үҙҙәре яуап бирә, ә балалар, ғәҙәттә, өлкәндәрҙе ҡабатлай. Шуға күрә балаларығыҙ менән йыһазландырылмаған пляждарға йөрөмәгеҙ, хәүефһеҙ булып тойолған урында ла уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Бәлә һай ғына бассейнда ла һағалауы ихтимал.
Ни өсөн һауа тултырылған матраста йөҙөргә ярамай
Һуңғы йылдарҙа ял урындарына һауа тултырылған матрастар алып йөрөү ғәҙәти күренешкә әйләнде. Бик уңайлы әйбер, хатта палаткала йоҡлау өсөн ҡулланырға мөмкин. Инструкцияһында бындай матраста йөҙөргә ярамауы тураһында яҙылһа ла, уны күптәр уҡып та тормай. Улар бик еңел, ә майҙаны ҙур, шуға күрә аҙ ғына ел иҫһә йәки көслөрәк ағымға эләкһә, ул елкәнле кәмә ише йөҙөп китәсәк. Иң ҡурҡынысы шул: ярҙан алыҫ урында бындай матрас ел тәьҫирендә әйләнеүе, хужаһын өҫтән ҡаплауы ихтимал. Шуға күрә был әйберҙе һыу инеү, йөҙөү өсөн ҡулланмағыҙ.
Кешенең батып барыуын нисек белергә?
Ғәҙәттә, беҙ батып барыусыны йылға-күл уртаһында килеш ҡысҡырып, ярҙамға саҡырған, бер ҡалҡып, бер юғалып, иғтибарҙы йәлеп иткән кеше тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ысынбарлыҡ икенсерәк: күп осраҡта батып барыусы ярҙамға саҡырып өлгөрә лә алмайынса һыу төбөнә китә. Уның хәле лә, ваҡыты ла булмай.
Кешенең батып барыуын аңғартҡан билдәләр:
башы һыу өҫтөнә бер ҡалҡа, бер бата;
башын артҡа ташлап, ауыҙын аса;
ҡарашы томалана;
сәсе маңлайын, күҙен ҡаплаһа ла, уларҙы рәтләмәй;
ҡулдарын ситкә ташлап, һыуҙан сығырға теләгән кеүек хәрәкәттәр яһай.
Ҡурҡыуҙан шаңҡыған хәлдәге кеше 20-60 секунд самаһы ғына һыу өҫтөндә була ала.
Үҙеңә нисек ярҙам итергә?
Ни тиклем һәйбәт йөҙөүенә ҡарамаҫтан, бата башлаған һәр кеше ҡурҡыу тойғоһо кисерә. Был – тәбиғи хәл, беҙҙең инстинкттар. Бында иң мөһиме – ғауғаға бирелмәҫкә. Тәбиғәт беҙҙе баштан уҡ һыу өҫтөндә үҙен тота алған зат итеп яралтҡан. Ошо уй һеҙҙе тынысландырһын, тын алыуҙы тергеҙһен. Ашығып ярға табан йөҙөргә ынтылмағыҙ. Арыһағыҙ, арҡаға ятып йәки үҙегеҙ өсөн уңайлы торош һайлап, ял итергә, хәл алырға тырышығыҙ. Әгәр ағым көслө булһа, ыңғайына йөҙөп барып, ярға яҡынайығыҙ.
Аяғығыҙ тартышһа, түбәндәге күнекмәләрҙе эшләгеҙ: тәрән итеп тын алып, йөҙөгөҙ менән аҫҡа ҡараған килеш сумығыҙ, ике ҡулығыҙ менән тартышҡан аяҡтың балтырынан тотоп, ныҡ итеп тубығығыҙҙы бөгөгөҙ һәм кире турайтығыҙ. Был хәрәкәтте тынығыҙ еткән тиклем бер нисә тапҡыр эшләгеҙ. Ауыртыу һаман дауам итһә, аяҡ мускулын семтегеҙ. Хәл яҡшырыу менән ипләп кенә ярға табан йөҙөгөҙ.
Батып барған кешене күрһәгеҙ...
Иң тәүҙә «Кеше бата!» тип ҡысҡырып, ярҙағы халыҡтың иғтибарын йәлеп итегеҙ. Ни тиклем күберәк кеше яр- ҙам ға ташланһа, шул тиклем яҡшы- раҡ. Үҙегеҙҙең физик мөмкинлегегеҙ- ҙе баһалағыҙ: йөҙә беләһегеҙме, батыусыны тартып сығарырға көсөгөҙ етерме? Әгәр ышанысығыҙ юҡ икән, батыусылар икәү булыуы ихтимал.
Һыуға һикерер алдынан кейемегеҙҙе сисегеҙ, сөнки ул ҡамасау ғына буласаҡ. Эргә-тирәлә ҡотҡарыу ҡулсаһы, резина камера йәки һауа тултырылған матрас булһа, батып барыусыға мөмкин тиклем яҡын итеп шуларҙы ташлағыҙ. Әгәр кеше һыуҙа вертикаль хәлдә булһа, арҡа яғынан йөҙөп барып, ҡултыҡ аҫтынан тотоғоҙ, башын өҫкә күтәрегеҙ һәм арҡаһына һалып, ярға табан йөҙөгөҙ. Бәләгә тарыусының йөҙө һыу өҫтөндә булырға тейеш.
Әгәр кеше һыу төбөнә китһә, ярҙа саҡта уҡ шул урынды аныҡ билдәләгеҙ, ағым көсөн дә иҫәпкә алығыҙ һәм сумып, батыусыны эҙләгеҙ. Тапҡас, сәсенән тотоп, ерҙән этенеп, ҡапыл өҫкә ҡалҡығыҙ.
Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
тыйылған урында һыу инмәгеҙ
балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ
таныш булмаған урындарға суммағыҙ
билдәләнгән сиктән ситкә йөҙмәгеҙ
судноларға, кәмәләргә һәм катерҙарға яҡын бармағыҙ
һыуҙа хәүефле уйындар ойоштормағыҙ
өрөп тултырмалы матрастарҙа, һалдарҙа ярҙан алыҫ йөҙмәгеҙ, айырыуса, йөҙә белмәһәгеҙ, был шөғөлдән баш тартығыҙ
иҫерек килеш һыу инмәгеҙ