Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
14 Июня 2023, 07:00

Йәмәғәтселек биләмәләре ҡолас йәйә бара

Нисек кенә булмаһын, йәмғиәт үҫеше туранан-тура уның әүҙемлегенә бәйле. Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында үткән “Ҡала йәмәғәтселеге биләмәләре” тигән муниципаль-ара граждандар форумы нәҡ ҡалабыҙҙағы йәмәғәтселектең әүҙемлеген күрһәтте.

Ошо айҡанлы төрлө майҙансыҡтар эшләне. Ҡала мәҙәниәт һарайы  алдында мәктәп балалары асфальттаа һүрәт төшөрҙө. “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһенең һәм “Отклик” эҙәрмәндәр отрядының ҡорал һәм техника күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте. Ә Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары сараны музыкаль йәһәттән биҙәне.

 Беренсе ҡатта фойела йәш һәм өлкән һөнәрселәрҙең күргәҙмәһе урын алған булһа, икенсе ҡатта төрлө ойошмаларҙың, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгенең күргәзмәһе лә бар ине. Бында грант конкурстарындарында еңеүселәр ҙә үҙҙәренең проекттарын тәҡдим иткән. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, минең иғтибарҙы күҙ яуын алырлыҡ биҙәүестәр йәлеп итте. Йәнәшәлә генә коммерция булмаған ойошмаларҙың да  күргәҙмәләре  теҙелгәйне. Улар нисек аудитория табыу, ниндәй хеҙмәттәр алыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ алып барҙылар. Форум барышында Йәмәғәтселек палаталары вәкилдәре һәм муниципаль берәмектәрҙең Йәмәғәтселек советтары өсөн “түңәрәк өҫтәл” артында фекер алышыу ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы уртаға һалып һөйләште, яҡын араға пландар ҡорҙо.

Йәштәр өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне. Уларҙа Венера Григорян, Вера Ротова, Екатерина Мензелинцева сығыш яһаны.

Ә пленар ултырышта ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, БР Йәмәғәтселек палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев, уның урынбаҫары Лида Исаргакова, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды генераль директоры Роман Низаметдинов ҡатнашты.

– Стәрлетамаҡ – коммерция булмаған сектор ныҡ үҫешкән ҡала ул, - тине Рөстәм Фәрит улы сарала ҡатнашыуысылар алдындағы сығышында. – Беҙҙә ҡалабыҙға ҡарата граждандар тарафынан илһөйәрлек тойғоһо бар һәм бөтә тармаҡтарҙа ла беренсе булыу теләге бар. Ошоларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡалабыҙҙың Йәмәғәтселек палатаһы мөһим роль уйнай. Беҙҙә власть органдары менән йәмәғәтселек  араһында эш  бик яҡшы яйға һалынған. Беҙ коммерция булмаған ойошмаларҙың республика кимәлендәге форумдарында ла, Рәсәй кимәлендәге форумдарында ла йыш ҡатнашабыҙ. Шулай уҡ, коммерция булмаған ойошмаларҙың идеяларын һәм проекттарын хуплайбыҙ. Шулай Башҡортостанда беренселәрҙән булып хакимиәттә граждандар  инициативалары сәғәттәре үткәрә башланыҡ. Бынан тыш, Рөстәм Ғәзизов үткән йылдан башлап Стәрлетамаҡта хакимиәт башлығы гранты конкурсы булдырылыуын да билдәләп  үтте. Әйткәндәй, биш проект тормошҡа ашырылған да инде. Нәҡ ошо сарала Рөстәм Фәрит улы конкурстың яңы миҙгеленә старт бирҙе. Сара һуңында йәштәр сәйәсәте буйынса БР Дәүләт комитетының маҡтау ҡағыҙҙары һәм БР Йәмәғәтселек палатаһының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото Йәмәғәтселек палатаһы сайтынан алынды.

Йәмәғәтселек биләмәләре ҡолас йәйә бара
Йәмәғәтселек биләмәләре ҡолас йәйә бара
Автор:Римма Галимова
Читайте нас