

«Малай сағымдан уҡ Ватан һаҡсыһы булырға хыялландым, хатта көрәш секцияһына яҙылғайным. Махсус хәрби операция башланғас, хәрби хәрәкәттәр зонаһына барырға хәл иттем. Ғаиләм был ҡарарҙы шунда уҡ ҡабул итмәне, ләкин һуңынан: «Һин беҙҙең герой», - тине. Минең тәжрибәм бар, органдарҙа эшләгән ваҡытта бер нисә тапҡыр Төньяҡ Кавказ төбәгенә командировкаға барырға тура килде. Дошман бик мәкерле һәм ҡурҡыныс, ләкин илебеҙҙең көсө ғәйәт ҙур. Беҙгә үҙ-үҙенә һәм еңеүебеҙгә ышанған яугирҙәр кәрәк. Контрактсылар сафына баҫ. Һиңә тулы социаль пакет, юғары эш хаҡы һәм ветеран статусы гарантиялана. Һинең ваҡытың етте. Һин булмаһаң, кем?» - ти ул.
Хәбәр иткәнебеҙсә, контракт төҙөү өсөн 177 берҙәм белешмә номерына, 122 йәки (347) 218-19-19-19 һандары аша Ситуация үҙәгенә, йә иһә «Минең документтарым» күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Башинформ.