

1. Өгөт-нәсихәттә сама белегеҙ
Балалар психологтары тәү сиратта өгөт-нәсихәттәрҙе ситкә ҡуйырға тәҡдим итә, сөнки һеҙ әйткәндең күп өлөшөн бала барыбер ишетмәйәсәк. Уға шәхси өлгө күрһәтеү, бергәләп төрлө темаға һөйләшеү, уйнау яҡшыраҡ, төрлө хәүефле осраҡтарҙа үҙеңде нисек тоторға өйрәтеү, хатта күрһәтеү зарур.
2. Юлда иғтибарлы булығыҙ
Йәй башланыу менән балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡи- ғаларының арта. Сәбәбе – каникул осоронда балалар күп ваҡытын ата-әсә ҡарауынан тыш урамда үткәрә. Шуға күрә улар юл ҡағиҙәләрен мотлаҡ белергә, теүәл үтәргә тейеш: машиналар йөрөгән юлға ҡапыл йүгереп сыҡмаҫҡа, тротуар буйлап барғанда автомобиль хәрәкәтенә ҡаршы яҡтан атларға, юл аша махсус билдә менән рөхсәт ителгән урындарҙан ғына сығырға, эңер төшкән, ҡараңғы мәлдә яҡтылыҡты сағылдырған билдә беркетелгән кейем, махсус беләҙек кейергә. Бала велосипедта, роликта, скейтбордта йәки самокатта йөрөгәндә мотлаҡ баш кейеме – шлем кейергә тейеш. Был баш йәрәхәте алыу ихтималлығын 70 процентҡа кәметә.
Әгәр балағыҙға 16 йәш тулмаған булһа, скутерҙа йәки мопедта йөрөргә рөхсәт итмәгеҙ, ә автомобиль тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Бәлиғ булмаған үҫмергә машина рулен тапшырған өсөн ата-әсәгә 30 мең һум күләмендә штраф һалына.
3. Ҡояштан һаҡланығыҙ
Бала бәләкәйҙән йәйгеһен баш кейеме кейеү ғәҙәтенә өйрәнергә тейеш. Уға оҡшаған әйбер һатып алығыҙ: бейсболка, панамка, эшләпә. Айырыуса төшкө мәлдә – ҡояш ныҡ ҡыҙҙырғанда һаҡланыу зарурлығын аңлатығыҙ. Эҫе көндә ябай һыу эсеү һәр төрлө татлы, газлы һыуҙарға ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ һәм һыуһынды һәйбәтерәк баҫа.
Йәйҙең иң төп ҡағиҙәләренең береһе – баланы яңғыҙын машинала ҡалдырмағыҙ! Йоҡлап киткән булһа ла, уятып, үҙегеҙ менән алып сығығыҙ. Кондиционерға ла ышанмағыҙ, сөнки машинаны һүндереү менән эстәге һауа шунда уҡ кире йылына. Мәҫәлән, урамда 22 градус йылы булһа, машина эсендә һауа температураһы 40 градусҡа етеүе ихтимал. Бындай шарттарҙа бер нисә минут эсендә эҫелектән хәлһеҙләнеү һәм күңелһеҙ статистиканы тулыландырыу хәүефе ҙур.
4. һыу һаҡлыҡ талап итә
Баланы яңғыҙын йылға-күл буйына ебәрмәгеҙ. Был осраҡта иң мөһим хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе – бала һыуҙа мотлаҡ ололар контролендә булырға тейеш. Әгәр һүҙ өлкән класс уҡыусыла- ры тураһында бара икән, улар рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инергә, билдәләнгән сиктән ситкә йөҙөргә, һыу төбөн алдан тикшермәйенсә сумырға ярамағанлыҡты белергә тейеш. Был ҡағиҙәләр өлкәндәр өлгөһөндә нығытылырға тейеш.
5. Таныш түгел кешеләр менән һөйләшмәһен
Өлкәндәр, хайуандар, ярҙамға мохтаждар тураһында хәстәрлек күреү менән бер рәттән балағыҙҙы таныш түгел кешеләр менән аралашыу ҡағиҙәләренә лә өйрәтегеҙ. «Сумкамды алып барыш», «телефонымды ҡара әле», «бесәй балаһына ярҙам кәрәк» тип өндәшеүсегә баланың яуабы ҡәтғи булырға тейеш: «Юҡ. Мин һеҙҙе белмәйем. Һеҙҙең менән һөйләшмәйәсәкмен», һәм ул шунда уҡ был урындан китергә тейеш. Ярҙам кәрәккәндә ҡысҡырырға оялмаһын, подъезға, лифтҡа таныш түгел кешеләр менән бергә инмәһен.
Ғаиләлә шундай ҡағиҙә булдырығыҙ: кемдең ҡайҙа йөрөүен барыһы ла белә. Әгәр бала ҡайҙалыр юлланһа, мотлаҡ әйтергә, рөхсәт һорарға тейеш.
6. Ҡатмарлы хәлдә үҙен нисек тоторға өйрәтегеҙ
Баланы төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән аяу маҡсатында гел тыйып торорға ла ярамай. «Дарыуҙарға теймә!», «Шырпыны алма!». Бындай бойороҡтар ундағы ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеүе ихтимал. Хәүефле әйберҙәр баланың күҙ алдында ятмаһын. Йортоғоҙға янғын иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйығыҙ. Балалы ғаиләләргә ул бушлай бирелә. Бәләкәс кешене хәүеф-хәтәр тыуғанда үҙен нисек тоторға өйрәтегеҙ. Мәҫәлән, янғын ваҡытында күп балалар тиҙерәк был урындан сығыу урынына карауат аҫтына йәки шкаф эсенә йәшенә.
Өлкәндәр балаларға яна башлаған өйҙән сығырға, янғын хеҙмәтен саҡырырға өйрәтергә бурыслы.
Кәңәш
Күршеләр менән татыу булығыҙ
Бала өйҙә яңғыҙ ҡалып, телефондан шылтыратыуға яуап бирмәһә, ә һеҙ тиҫтәләрсә саҡрым алыҫта эшләһәгеҙ, ни ҡылырға? Был осраҡта күршеләр ярҙамға килә ала. Бөгөн ҡала кешеләре күршеләре менән аралашмай, тигән фекер дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге билдәләүенсә, илебеҙ халҡының 79 проценты күршеләренә ышана, яртыһынан күбеһе – 62 проценты уларға ярҙам итә, шул иҫәптән балаларын да ҡарап торғаны бар.