Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
21 Июня 2023, 08:14

СТӘРЛЕ ҠАЛАҺЫ НИ ӨСӨН МАТУР?!.

Эшҡыуар Ринат Райманов ҡалабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индерә   Һәр кем “Иҫке ҡала” биҫтәһендә Салауат майҙаны тирәләй йөрөгәндә лә, Ҡаранай Моратов урамындағы “Мөхәммәтсәлим” мәсетенә барғанда ла (мәҫәлән, мин унда йөрөгәндә үҙемде Дубайҙа йөрөгәндәй хис итәм!) фәҡәт Стәрлетамаҡта йәшәгәне өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәлер. Ә ситтән килеүселәр һоҡланыуын йәшермәй: “Эх, ошондай матур ҡалала йәшәһәң ине!”, – тип уйлап ҡуялыр. Шөкөр, ҡалабыҙ йылдан-йыл төҙөкләнә, йәшәрә, йәшелләнә бара. Ә ошо матурлыҡты тыуҙырыусы, ҡалабыҙҙың ысын патриоттары тураһында, бәлки, күптәр уйлап та ҡарамайҙыр. Кемдәрҙер бәхет эҙләп ситкә сығып китә, ә кемдәрҙер, киреһенсә, үҙенең аҡылы, хеҙмәте, булдыҡлылығы менән мөғжизәләр тыуҙырырға һәләтле. Ғәзиз Стәрлетамағыбыҙҙың дан улдарының береһе – билдәле эшҡыуар, ике юғары белемле (Өфө дәүләт авиация институты һәм Мәскәү дәүләт университеты), БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, “Риком” компаниялары төркөмөнә нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Райманов. Ринат Фаат улы ҡалабыҙ тағы ла матурыраҡ һәм йәмлерәк булһын өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште.  

Хәҙер инде хыялдарымдан оялмайым!

– Үҙем Стәрлетамаҡта тыуып үҫтем, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, бар ғүмерем ошонда үтә, һәр ваҡыт өйгә әйләнеп ҡайтҡан һайын бында күп нәмә эшләп була икәнен аңлайым. “Риком”ды мин бынан утыҙ йылдар элек биҙәкләүсе булараҡ булдырҙым. Ул саҡта эшҡыуарлыҡ, класс булараҡ, әле яңы ғына барлыҡҡа килә башлаған ине. Күптәр алыпһатарлыҡ эшенә тотондо, ә мин һөнәр менән шөғөлләнергә теләнем. Атай-әсәйемдәр мине шулай тәрбиәләне (әсәйем – математика уҡытыусыһы, атайым – “Сода”ла механик), мин үҙем дә был эшкә, бер аҙ ваҡыт Ленин заводында эшләгәндән һуң, аңлы рәүештә килдем. Беҙ фатирҙарҙа, офистарҙа һәм коттедждарҙа ремонт эшләнек, балкондарға ағас рамдар ҡуйҙыҡ, һәм мин ошо эштәрем матур һәм яҡшы килеп сыҡҡанынан ҙур кинәнес алдым. Был миңә артабан ошо йүнәлештә китергә этәргес көс бирҙе.

 Беҙҙең эшкә ҡарашыбыҙ тормошомдағы һыналыш мәлдәренең береһендә төп роль уйнаны – беҙ 1998 йылдан “Салауатнефтеоргсинтез” комбинатында эшләнек һәм, танышып бер йыл үткәндән һуң шул билдәле булды: баҡтиһәң, беҙ биҙәү эштәре баҙарында иң яҡшылары икәнбеҙ! Һәм беҙгә заводта генподряд тәҡдим иттеләр. Ә “Салауатнефтеоргсинтез” үтә лә талапсан заказсы ине. Әлбиттә, башта мин эш күләмен һәм ҡаты талаптарҙы күтәрә алмаҫбыҙ тип ҡурҡтым, әммә “күҙҙәр ҡурҡа, ҡулдар эшләй”, тигәндәй, завод шефлыҡ иткән социаль объекттарҙы иҫәпкә алғанда, беҙ әкренләп Салауаттың яртыһын реконструкциялағанбыҙҙыр. Башта ҡала Балалар дауаханаһын эшләнек, артабан “Медсервис”, 1-се лицейҙың ике корпусын, Музыка колледжын, Успенский кафедраль соборын ремонтланыҡ һәм башҡа бихисап эштәр башҡарҙыҡ. Комбинат бинаһы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Был фәҡәт мин теләгән кимәл икәнлеген аңланым – иң шәп материалдар, яңы технологиялар. Хәҙер инде мин хыялдарымдан оялмай инем! 20 йыл үтте, әгәр ҙә провинциаль ҡалалар тураһында һөйләһәк, ундай дауаханаларҙы һәм мәктәптәрҙе бүтән бер ҡайҙа ла күрмәгәнмендер, моғайын.

Бына ошо генподрядта беҙ профессионал булараҡ етди үҫтек тә инде, шулай итеп, теләһә ҡайһы ерҙә лә, теләһә ҡайһы ҡалала ла бик шәп эшләргә булғанлыҡты тулыһынса аңланым.

 ЗАГС, Еңеү паркы, “Восток”, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханалары...

Мин Стәрлетамаҡты яратам, бында – бала сағым, йәшлегем, ғаиләм, дуҫтарым, күңелемә яҡын кешеләр менән бәйле ептәр һуҙылған. Шуға күрә Сәрлетамаҡта ла шундай объекттар булыуын теләнем. Тәжрибә, күҙәтеүсәнлек, ниндәй ҙә булһа яңы нәмәләр эшләү теләге тыуҙы. Ҡала хакимиәте менән был мәсьәлә буйынса үҙ-ара аңлашыусанлыҡ та булғас, ең һыҙғанып, дәртләнеп эшкә тотондоҡ. Шулай итеп, беҙ Стәрлетамаҡта 2000-се йылдар башында аяныс хәлдә ҡалған ЗАГС-ты, Еңеү паркын, “Восток” һәм “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаларын һәм башҡа объекттарҙы реконструкцияланыҡ. Эштән ҡурҡырға кәрәкмәй, тотаһың дә эшләйһең – теләк кенә булһын!

Торлаҡ йорттар төҙөүгә күскәс, бында дөрөҫ түгеллеген күрҙем, нимәләрҙе үҙгәртә алабыҙ, нимәләрҙе яҡшыраҡ эшләй алабыҙ икәнлекте аңланым. Торлаҡ төҙөлөшөндә тәртиплелек кәрәк икәнен аңланым: йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәрен ошо биләмәлә хужа итеп тойһондар өсөн, ихатаһы аныҡ ҡына ҡайҙа урынлашҡанлығын аңларға тейештәр. Йорт яны территорияһында спорт барлыҡҡа килеүен теләнем – балалар өсөн дә, үҫмерҙәр өсөн дә, ололар өсөн дә яҡшы майҙансыҡтар кәрәк. Йорттар әллә ҡайҙан матур булып күренеп ултырһын, оҙаҡ йылдар тышҡы ҡиәфәтен юғалтмаһын, эске биҙәлешенә үҙгәртеп ҡороу кәрәкмәһен өсөн күп эҙләнергә тура килде.

Көнбайыш биҫтәне ошо йүнәлештә төҙөй башланыҡ. Башҡалар нисек эшләгәнен ҡарап күп йөрөнөк, башҡа ҡалаларҙан ҡыҙыҡлы идеялар алып ҡайттыҡ. Беҙҙең артабанғы йорттарҙа пляж волейболы өсөн майҙансыҡтар, урам тренажерҙары, велопарковкалар, ғаилә менән ял итеү зоналары, яһалма үләндә мини-футбол майҙандары шулай барлыҡҡа килде. Бейек “Яңы ҡала” йортонда йәшәүселәргә үҙҙәренең ҡыйыҡ ҡаҙанлығын төҙөнөк, беренсе ҡаттарҙы “йәмәғәт ихтыяждары өсөн” бирҙек – йәғни, лобби, унда коляскалағылар, ҡунаҡтар өсөн санузелдар урынлашҡан, консьерждар өсөн урындар булдырылған. Әлеге ваҡытта беҙ тормошоҡа ашырған нәмәләрҙе һанай китһәң, бик күп инде.

Бөгөн социаль инфраструктураны күҙ уңында тотабыҙ

Бөгөн беҙ “тыныс ихата” концепцияһына килдек. Спорт һәм балалар өсөн майҙансыҡтарҙы, парковкаларҙы бер ҡайҙа ла ҡуйманыҡ, тик хәҙер улар беҙҙең яңы “Браво” кварталында эске ихатанан ситтә урынлашҡан. Йәшелләндереү концепцияһын геопластика менән тулыландырҙыҡ – яһалма ҡалҡыулыҡтар төҙөйбөҙ (ландшафт рельефын төрлөләндереү өсөн), ҙур ағастар ултыртабыҙ, ҡалын йәшел газон барлыҡҡа килтерәбеҙ. Кварталдағы беренсе йортта ғәҙәти булмаған фасадтар, иң аҫҡы цоколь ҡаттарҙа келәт бүлмәләре һәм башҡа ҡыҙыҡлы планировкалар буласаҡ.

Беҙҙең йорттарҙығы көндәлек тормош баш ҡалаларҙағыларҙан һис тә кәм түгел, ә бәлки, ҡайһылыр яғы менән яҡшыраҡтыр ҙа – мәҫәлән, ихаталарҙа урындар иркен; мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт мәктәптәре – барыһы ла эргәлә генә. Беҙ, төҙөүсе булараҡ, үҙ йәһәтебеҙҙә эшләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Әммә әкренләп кенә төҙөүсе компетенцияһынан ситкә китәбеҙ, бөгөн беҙ социаль инфраструктураны күҙ уңында тотабыҙ. Яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр, спорт секциялары мөһим, уларҙы ла үҫтерергә кәрәк, һәм беҙ бында нимә эшләргә кәрәк икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Киләсәккә комплекслы төҙөлөшкә етди пландар бар – июль-августа ул турала һеҙгә мотлаҡ һөйләйәсәкбеҙ.

“Иҫке ҡала”ла яңыртыуҙар дауам итә

Беҙ торлаҡ йорттар ғына төҙөмәйбеҙ. 2018 йылда мин яңы юҫыҡта – реставрация йүнәлешендә эшләй башланым. Беҙ партнерыбыҙ менән Иҫке ҡала биҫтәһендәге емерек хәлдәге элекке хәрби часть (Сауҙагәр Патрикеевтың килем йорто) бинаһын һатып алдыҡ, экспертиза үткәрҙек, бинаның таяу өлөштәренә капиталь реконструкция кәрәклеген аңланыҡ һәм дүрт йыл эсендә, уның төп ҡиммәтен – ҡыҙыл кирбестән һалынған фасадын һаҡлап, тулыһынса тергеҙҙек. Патрикеев йорто бөгөн – ул беҙҙе һәм беҙҙең вариҫтарыбыҙҙы әле бик күп йылдар һөйөндөрәсәк, функциональ яҡтан яңы, заманса бина. “Иҫке ҡала”ла яңыртыуҙар дауам итә – быйыл Ашҡаҙар пляжын реконструкциялау тамамланды, Киров паркында эштәр планлаштырыла. Стәрлетамаҡтың туристик потенциалы яҡшы – тарихи тораҡ статусы менән һәр ҡала ла маҡтана алмай, ә ул беҙҙә бар, ни өсөн тигәндә, Иҫке ҡала биҫтәһендә компактлы территорияла архитектура ҡомартҡылары етерлек. Һәм беҙҙең Стәрлетамаҡта йәшәүселәргә лә, килгән ҡунаҡтарға ла ҡыҙыҡлы булһын өсөн, был территорияны арт-квартал итеп үҙгәртеү мөмкинлегебеҙ бар.

Оҙаҡламай ҡаланың КөньяҡКөнбайыш биҫтәһендә яңы иҫтәлекле урын – “Мөхәммәтсәлим” мәсете асыласаҡ. Ул халыҡтан йыйылған иғәнә иҫәбенә төҙөлдө – уны төҙөүгә ҡала халҡының дәррәү ҡушылғанына шатмын. Беҙ һуңғы йылдарҙа алдыбыҙҙа торған ошо күләмле, оло эште бергәләп атҡарып сыға алдыҡ. Был бик матур, йәмле, ҡотло урын – Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйете кеүек олуғ дини байрамдар уҙғарылған һайын төрлө тарафтарҙан меңдәрсә мөьминмосолмандарҙың нәҡ бында йыйылыуы осраҡлы түгел. Килегеҙ, ошо хозурлыҡты үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрегеҙ.

 “Үҙ илендә пәйғәмбәр булмай” тигән әйтем бар. Беҙ, Стәрлетамаҡта йәшәүселәр, йылдан-йыл ҡалабыҙҙың яҡшы яҡҡа үҙгәрә барыуын һиҙмәйбеҙ ҙә. Әммә кемдәр беҙҙә беренсе тапҡыр була йә иһә күптән булғаны юҡ, улар һәр ваҡыт ҡалабыҙҙың үҫешеүен һәм үҙгәреүен билдәләй. Ә бындай үҫеш һәр ҡайҙа ла булмай, һәр урамы открыткалағы һымаҡ ялт итеп торған ҡалалар ҙа булмай. Әгәр ҙә ғәзиз ҡалаһы өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырышыусы кешеләр күберәк булһа, төҙөк, матур урамдар ҙа күберәк буласаҡ, донъялар тағы ла нурлыраҡ, йәмлерәк буласаҡ!

 Роза САФИНА әҙерләне.

СТӘРЛЕ ҠАЛАҺЫ НИ ӨСӨН МАТУР?!.
СТӘРЛЕ ҠАЛАҺЫ НИ ӨСӨН МАТУР?!.
СТӘРЛЕ ҠАЛАҺЫ НИ ӨСӨН МАТУР?!.
Автор:Роза Сафина
Читайте нас