Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Июнь 2023, 07:40

ТАШТЫ ТИШЕП СЫҒЫР СӘСКӘ

Сергей МЕРЕЖКО илһөйәрлек һәм кесе ватан хаҡында Бөгөнгө геройыбыҙ – Ространснадзорҙың Волга буйы федераль округындағы төбәк-ара территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары, бар ғүмерен Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән отставкалағы полковник Сергей Николаевич Мережко. Күп йылдар йәштәр менән хәрби-патриотик эш алып барыу менән бергә, оҙаҡ йылдар Рәсәй православие меценаттары клубының төбәк йәмәғәтселек бүлеген етәкләй, Башҡортостанда һәм ил буйынса ҡорамдар төҙөү һәм тергеҙеү эшендә ҡатнаша. Бөгөн ул ошо клуб ағзаһы. Хәйер, был изге ғәмәле тураһында ул бик һөйләп бармай. Хәйриә эшмәкәрлеге өсөн Сергей Мережко өс патриарх наградаһы, өс митрополит грамотаһы, “Иман һәм изгелек өсөн” губернатор миҙалы миҙалы менән бүләкләнгән. Шуларҙың иң маҡтаулыһы – III дәрәжә изге Сергий Радонежский ордены.  Сергей Николаевич бының менән генә сикләнеп ҡалмай, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ла әүҙем ҡатнаша. Быйыл ул, мәҫәлән, үҙе Стәрлетамаҡта йәшәмәһә лә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә 50 дана “Ашҡаҙар” гәзитен бүләк итте. Форсаттан файҙаланып, шәхестең тормошо, йәмәғәт эштәре, тормош мәғәнәһе хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Конкрет ғәмәлдәр кәрәк

– Сергей Николаевич, һеҙҙең тәжрибәгеҙ, тормош девизығыҙ йәштәргә өлгө булырҙай. Йәштәрҙе тәрбиәләү йәһәтенән нимәләр эшләнелә?

– Беҙҙең ведомство Өфө автотранспорт колледжына шефлыҡ итә. Һәр ваҡыт Еңеү көнөнә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап саралар уҙғарып торабыҙ. Быны беҙ исем өсөн генә эшләмәйбеҙ. Егеттәрҙең күбеһе үҙҙәре армияла булып өлгөргән, ҡайһы бер педагогтар Афғанстанда булған. Студент ансамблдәре строевой йырҙар йырлай, егеттәр хәрби сәнғәттәрҙе күрһәтеүҙә, пневматик ҡоралдан атыуҙа ҡатнаша. Әлбиттә, мөһим нәмәләр тураһында һөйләшәбеҙ. 91- се гимназияла йәш армеецтар менән саралар уҙғарабыҙ, Стәрлетамаҡтан егеттәр менән эшләйбеҙ. Советтар Союзы Геройҙарын осрашыуға саҡырабыҙ. Малайҙарҙың ихласлығы, ихтирам менән ҡарауы күренеп тора. Хатта араларында кемдер сара барышында иғтибарҙы ситкә йүнәлтһә, иптәштәре урынына ҡуя һала.

 Махсус операция барған һәм бөтә Көнбайыш, бөтә Европа Рәсәйҙе өҙгөсләп ташларға торған әлеге ваҡытта йәштәр менән эшләү бигерәк тә кәрәк. Ысынлап та, Тыуған ил төшөнсәһе һәм уны яҡлар өсөн һүҙҙәр һәм лозунгылар ғына етмәй, ә барыһы ла конкрет ғәмәлдәр, ҡулға ҡорал алырға кәрәклеген аңларға тейеш.

– Йыш ҡына өлкән быуын вәкилдәренән ил өсөн ошо ауыр заманда хәҙерге йәштәрҙең һәлкәүлеге тураһында ишетергә мөмкин.

 – Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, өлкән быуын әле балалар кинонан ғына ҡарағанды кисергән. Мәҫәлән, улар ни эшләп совет йәштәре БАМ төҙөгәнен аңлай алмаясаҡ. Был романтика донъяһы, ә патриотлыҡ менән романтика йәнәш йөрөй, тип уйлайым. Уның ҡарауы, хәҙерге йәштәрҙең ҡулында – бынан ҡырҡ йыл элек беҙ төштә лә күрмәгән гаджеттар, интернет, шуның аша ҡотҡо таратыу, баш бутау. Көнбайыштың зарарлы йоғонтоһо күренеп тора. Уларҙы ғәйепләүе лә ҡыйын, бигерәк тә әгәр ҙә 90-сы йылдар башында СССР-ҙа тәрбиәләнгән йәштәр кинәт кенә Америка джинсыларына, “сникерс”ына “ултырыуын” иҫкә төшөрһәк.

Беҙ йәш быуынға килеп тыуған картинаны альтернатив күреү мөмкинлеге бирергә тейешбеҙ. Үҙебеҙҙең тәжрибәбеҙҙе, рухи байлыҡтарыбыҙҙы тапшырырға тейешбеҙ, шул иҫәптән хаталарыбыҙ тураһында ла һөйләргә – дөрөҫлөктө күрергә ярҙам итергә тейешбеҙ. Дөрөҫлөк ташты тишкән кеүек, уларҙа хаҡиҡәт, тыуған илгә һөйөү үҫеп сығыр. Шуға күрә Көнбайыш беҙҙең йәштәрҙе нисек кенә “эшкәртергә” тырышмаһын, улар барыбер Тыуған илгә тоғро булыуын иҫбатлаясаҡ. Шулай уҡ, йәштәр беҙҙең тыуған илгә, атайсалыбыҙға ҡарата ҡылған изге эштәребеҙҙе күреп тә арттан эйәрергә тейеш.

Әйткәндәй, БАМ-ға барған төҙөлөш отрядтарына аҡсаһын түләгәндәр, әммә ул романтикаға ҡамасауламаған. Илде һаҡлаған өсөн яҡшы хаҡ түләүҙең дә ояты юҡ. Республика яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә өҫтәмә түләүҙәр түләй, ташламалар буйынса ҙур исемлек, ярҙам саралары исемлеге индерҙе. Бындай дәүләт менән ғорурланырға кәрәк. Был да йәштәрҙә патриотлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә ярҙам итә

 Теләгән һәр кем меценат була ала

– Ярҙамға кемдәр мохтаж? Һеҙҙең ведомствоның башланғыстары тураһында һөйләгеҙ әле.

– Хеҙмәткәрҙәр үҙ аҡсаһын һала, “Берҙәм Рәсәй” аша махсус хәрби операция зонаһына тапшырыу өсөн гуманитар ярҙам йыя, шул иҫәптән Донбасҡа. Беҙгә уларҙы оноторға ярамай. Был кешеләр инде хәҙер туғыҙ йыл һуғыш шарттарында йәшәй.

– Һеҙҙеңсә, кем ул меценат һәм кемдәр меценат була ала?

 – Аҡсалы кеше генә түгел. Миҫал өсөн, беҙҙең клуб ҡатнашыусылары ҡарттар йортонда концерт күрһәтеү өсөн балалар йортонан балаларҙы алып килеп концерт ҡуйҙы. Барыһы ла иланы – балалар үҙҙәрен ҡараусылар булғаны өсөн, ололар – үҙҙәрен онотмағандары өсөн. Аҙаҡ бергәләп сәй эстеләр. Ошонан сығып, теләгән һәр кем меценат була ала, тимәксемен.

– Беҙҙең халыҡтың рухи кимәлен баһалап ҡараһаҡ, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, махсус операция башланғаны бирле ул үҫештеме, әллә кәменеме?

– Әлбиттә, Рәсәйҙә рухи күтәрелеш бар. Шундай ҡисса бар. Бөйөк Ватан һуғышында шундай һорау биргән кешегә фәрештә күренгән һәм һауаға алып киткән. Юғарынан Советтар Союзы янған һымаҡ күренгән. Ир кеше: “Һуғыш бит көнбайыш яғында ғына бара, ә нишләп улай?”, - тип һорай. Фәрештә былай тип яуап бирә: “Был үҙҙәренекеләр өсөн доға ҡылыусыларҙың йөрәктәре яна”, - тип яуап бирә. Әле Рәсәйҙә алғы һыҙыҡтағы егеттәр өсөн шулай уҡ доға ҡылаларҙыр, тип уйлайым. Махсус операция зонаһына даими барып, төрлө дин әһелдәре яугирҙарыбыҙға шулай ярҙам итә. Күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров уларға наградалар тапшырҙы.

 Пассажирҙар йөрөтөү контролдә тотола

– Көндәлек әйберҙәр тураһында ла һөйләшеп алайыҡ әле – Башҡортостандағы юлдар һәм пассажирҙарҙы йөрөтөү тураһында. Беҙҙең төбәктән тыш, Ырымбур өлкәһе һәм Байконур ҙа һеҙҙең контроль аҫтында. Был өлкәләге хәлдәрҙе сағыштырып буламы?

– Кемде лә булһа кәмһетергә теләмәйем, әммә айырма ғәйәт ҙур – беҙҙең файҙаға. Мәҫәлән, Ырымбурҙа легаль булмаған кеше ташыусылар булһа, беҙҙә улар бөтөнләй юҡ тиерлек. Башҡортостанда автобус парктары яңыртыла һәм пассажирҙарҙы йөрөтөүҙә хәүефһеҙлек һәм сифат юғары. Шуныһын да оноторға ярамай, “Башавтотранс” бөгөн дәүләт йөкләмәһен үтәй, шул иҫәптән беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм туристарҙы йөрөтөү буйынса. Предприятие йыш ҡына, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, ҡунаҡтарҙы ташыу менән республиканы Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара сараларҙа күрһәтә. Кешеләр үҙҙәрен ни тиклем ихлас ҡаршылауҙарын тоя, ә Башҡортостанда ысынлап та быны эшләй беләләр. Ғөмүмән, бар яҡлап та үҫешкән, төҙөк, дуҫтатыу республикала йәшәйбеҙ – был да йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай.

 – Әңгәмәгеҙ һәм яҡшы ғәмәлдәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Киләсәктәге эшегеҙҙә лә уңыштар юлдаш булһын!

Роза САФИНА әҙерләне.

ТАШТЫ ТИШЕП СЫҒЫР СӘСКӘ
ТАШТЫ ТИШЕП СЫҒЫР СӘСКӘ
ТАШТЫ ТИШЕП СЫҒЫР СӘСКӘ
ТАШТЫ ТИШЕП СЫҒЫР СӘСКӘ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас