

Ысынлап та, атай-әсәйҙәр, ағай-апайҙар бесән, колхоз сөгөлдөрө йәки ауылдың башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше менән көнө буйы өйҙән ситтә булғанда, төпсөк ейәнен ул баҡты, донъя мәшәҡәте лә уның иңендә ине көндөҙ. Шул тауыҡтарға картуф төйгән араламы, йәки аш бешергән мәлдәме, ҡапма-ҡаршы ултырып сәй эскәндә һүтер ине ул хәтирәләрен.
...22 июнь. Фашист иғлан итеп тә тормай, ил сиген бәреп инә. Был көндән күп тә үтмәй, олатайым меңәрәлгән яҡташтары менән илде дошмандан азат итергә юллана. Бер нисә айҙан һәләк була ул. Уның яу юлы хаҡында һүҙ алып бармайым бөгөн, был хаҡта гәзит битендә яҙып сыҡҡан булды.
Эйе, олатай фашист мәкерлегенән һәләк була. Ә бында, тылда өләсәй ҡулында дүрт балаһы менән тороп ҡала, бишенсеһе... – ҡарынында, минең атайым Ғәбдрәшит. Әйткәндәй, атай атаһы вафат булып бер нисә көн үткәс яҡты донъяға ауазын һала.
Биш балаһы менән ҡалған тол ҡатын малайҙарын аяҡҡа баҫтыра, уҡыта, иренә мәңге тоғро ҡала. Шуныһы бигерәк тә иҫтә ҡалған: шул тиклем михнәттәрҙе үтеп сыҡҡан өләсәй был күргәндәрен бер ҡасан да зарналыу итеп һөйләмәне, бары тик башҡа ҡабатланмаһын ине һуғыш тигән мәғәнәлә һабаҡ итеп сәсә ине ул күңелендәгеләрен.
...Ҡабатлана шул, үкенескә ҡаршы. Ана бит, фашизм йәнә баш ҡалҡытты, әммә бынан һикһән йыл элек һымаҡ, йәнә беҙҙекеләр ҡаршы тора!
Уйлай китһәк, яуҙа ятып ҡалғандар, әсир-лектәгеләр генә түгел, ул саҡтағы һәммәһен фашизм ҡорбаны тип хәтергә алырлыҡ. Кемдеңдер йәшлек бәхетен, бала сағын, хыялдарын, тормошон селпәрәмә иткән бит ул. Өләсәй эш араһында йәшлек йылдарын барлар ине, ә бит, илгә фашизм нәфсеһе тығылмағанда, йәшлектәренең матур хәтирәләре хаҡында ейәндәренә өләсәй менән олатай ҙа йәнәш ултырып һөйләр ине. Тик... Ғүмер ҡыйылған, бәхет ҡыйратылған. Бындай күренеш (фашизм) Ер йөҙөндә булырға тейеш түгел!
Рәмил МАНСУРОВ.