Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Июнь 2023, 13:10

Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!

Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә Зөлхизә айының көндәре менән ант итә, ә пәйғәмбәребеҙ: “Ошо донъяла иң яҡшы көндәр  Зүлхиджә айы көнөлөр”, - ти. Икенсе бер хәҙистә “Аллаһы алдында ошо ун көндән бөйөгөрәк көндәр юҡтыр”, “башҡа көндәрҙә эшләнгән эштәргә ҡарағанда ошо ун көн эсендә  эшләнгән эштәр Аллаһы Тәғәләгә һөйөклөрәктер”, ти. Пәйғәмбәрҙәребеҙ ошо ун көн эсендә бер-береһе менән яҡшы эштәрҙә ярышалар ине, улар нәфел намаҙҙары уҡып ураҙа тоталар, хәйер-саҙаҡалар таратып, ҡөрьән уҡып, үкенеүҙәрен күбәйтәләр ине.

Беҙ ҙә ошо көндәрҙең бөйөклөгөн белгәс, сәхәбәләр кеүек була алабыҙ бит, ошо көндәрҙең әһәмиәтен юғалтмайыҡ, ошо көндәргә ғәмһеҙлек күрһәтмәйек һәм Зөлхизәнең туғыҙынсы көнөндә, йәғни ғәрәфә көнөндә – 27 июндә ураҙа тотайыҡ, Аллаһы Тәғәләне күберәк иҫкә алайыҡ, тәүбә һүҙҙәрен күберәк әйтәйек. Унынсы  көнө 28 июнь мосолмандар өсөн ике байрамдың береһе – Ҡорбан ғәйете көнө. Мосолмандар традицияһы буйынса ҡорбан Аллаһы Тәғәләнең бойорҡтарын үтәү менән  Аллаһыға яҡын булыуҙы аңлата.

Ҡорбан салыу Мәккәнән Мәҙинәгә күсеүҙең икенсе йылында матди хәле булған һәр кешегә йөкләнелде. Ҡорбан салыу Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыуҙың бер формаһы ғына. Күптәр мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы һарыҡ һуйып һуңынан итен ултырып ашауҙыр тип уйлай һәм, бер кем дә ит ашамаған кеүек, хайуандарға ҡарата рәхимһеҙлектә ғәйепләйҙәр.

 Ошо көндө һәр кем тулы ғөсөл алырға, таҙа, яңы кейемдәр кейеп, хушбуйланып,  Ғәйет намаҙы уҡыған ергә барырға тейеш. Мәсеттәрҙә ғәйет намаҙы уҡыла, саҙаҡалар бирәбеҙ. Һуңынан атай-әсәйҙәрҙе, туғандарҙы, дуҫтарҙы тәбрикләргә, бүләктәр бирергә тейешбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ: “Минең өммәтемдең иң хәйерлеләре ҡорбан сала, ямандары уны ҡалдыра”, – тине. Ҡорбан намаҙ уҡығандан һуң ғына Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ғаилә исеменән салына (быйыл ирем, икенсе йыл үҙем йә балам өсөн тип түгел).

Быйыл Ғәйет намаҙы Отрада ауылы мәсетендә иртәнге сәғәт 6-ла; Латипов урамындағы Иҫке мәсеттә сәғәт 8-се яртыла; баҙар янындағы Яңы мәсеттә сәғәт 8-ҙә, ә Ҡаранай Моратов урымындағы мәсеттә иртәнге сәғәт 10-да уҡыла.

Кемдәр ҡорбан салырға ниәтләгән, ҡорбан салғанға тиклем тырнаҡтары ҡырҡылмай, һаҡал-мыйығы, сәсе алынмай.

Барығыҙҙы ла Ҡорбан ғәйете менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ил-көндәребеҙгә именлек, тыныслыҡ теләп ҡалам.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандары имам-хатибы Ришад хәҙрәт.

Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Автор:
Читайте нас