Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Июнь 2023, 08:05

ДӨРӨҪ ЮЛДЫ ТАПТЫМ!

Ҡалабыҙҙа эшләп килгән “Нур-Аль-Иман” мәҙрәсәһендә уҡыусы шәкерттәрҙең күбеһе әлеге ваҡытта йәйге ялға ҡайтып киткән. Әле унда дүрт кенә шәкерт ҡалған. Ильяс Сәғитов Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан килгән. Ауылдарында 9-сы класты уҡып бөткәс, бында өс йыл белем алған. Йәғни 12-се синыфҡа тиклем уҡыған. Йәй осоро булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уны мәҙрәсәлә тап иттек.

Мәҙрәсәгә  нисек килеп эләгеүе тураһында һорашҡас, Ильяс былай тип яуапланы: “Туғыҙынсыны бөткәс, башта уҡыуымды ҡайҙа дауам итергә икән” тигән уйҙар борсоно. Уйлап-уйлап ҡараным да, мәҙрәсәлә туҡталдым. Иң дөрөҫ юлды һайлағанымды хәҙер ныҡлы аңланым. Бында миңә бик оҡшай. Тәрән ғилемле дин әһелдәренән белем алыу бәхете тейҙе. Иң беренсе, тәһәрәт алырға өйрәнеп, намаҙға баҫтым, ҡөрьән уҡырға өйрәндем. Өс йыл буйына фикх, ислам дине ҡанундары, аҡыйдә, йәғни Аллаһҡа иман килтереү кеүек рухи ҡиммәттәрҙе үҙләштерҙем. Мосолман динендә тәртип ҡағиҙәләре, мосолман доктринаһы (юриспруденция), ижтимағи нормалар комплексы, йәғни киң мәғәнәлә мосолман хоҡуҡтары тураһында төплө белем алдым.

Әлхәмдүлилләһ, мәҙрәсәлә уҡыу алдағы тормошома яҡты маяҡ булды. Әгәр мәктәптә әллә ни яҡшы уҡымаған булһам, бында мин алдыма ҡуйған маҡсаттарыма ирешергә өйрәндем”, – тигән яҡты уйҙары менән бүлеште шәкерт. Хәҙерге көндә йәштәрҙең ниндәйенә генә тап булмайбыҙ, эсеп, аҙып-туҙып йөрөгәндәре, наркотик ҡулланғандары, башҡа төр насар ҡылыҡтарға эйә булғандары ла күп. Ә шулай ҙа йәштәр араһында ошондай изге юлда булған егет-ҡыҙҙар күберәк булһын ине!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

 Автор фотоһы.

ДӨРӨҪ ЮЛДЫ ТАПТЫМ!
ДӨРӨҪ ЮЛДЫ ТАПТЫМ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас