Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Июнь 2023, 07:15

Иң яҡшы кешелек сифаттарын уята!

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Мосолман  донъяһында иң хөрмәтле, иң күркәм, изге байрамдарҙың береһе  яҡынлаша. Изге урындарға хаж ҡылыуҙың тамамланыуын аңлатҡан был байрам тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә.

Ҡорбан байрамы йөҙәрләгән йылдар һуҙымында изгелек һәм мәрхәмәтлек идеалдарына хеҙмәт итә,  дини ҡанундарға һәм йолаларға хөрмәт менән ҡарау символы булып тора. Был яҡты байрам беҙҙә шәфҡәтлелек күрһәтеү, бер-береңдең хәлен белешеү һәм яҡын кешеңә һөйөү менән ҡарау кеүек иң яҡшы кешелек сифаттарын уята, диндарҙарҙы яҡты уй фекерҙәргә һәм эштәргә йүнәлтә. Ҡорбан байрамы Исламдың бөтә дин кешеләренә лә берҙәй үк яҡын булған рухи ҡиммәттәре тәрәнлеген аса, яҡындарың тураһында хәстәрлек күрергә, мохтаждарға ярҙам итергә өйрәтә, ғаилә традицияларына тоғролоҡто символлаштыра.

Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы! Һеҙгә, һеҙҙең туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изге ғәмәлдәрегеҙҙә уңыштар, именлек һәм берҙәмлек теләйем! Был яҡты байрам һәр йортҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен, иртәгәһе көнгә ышаныс уятһын. Һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, тыныс, мул тормош теләйем!

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

ҡала округы хакимиәте башлығы.

Иң яҡшы кешелек сифаттарын уята!
Иң яҡшы кешелек сифаттарын уята!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас