Нимә ул ҡорбан? Ул ни өсөн салына?
Ҡорбан – Аллаһҡа яҡынайыу тигәнде аңлата. Ҡорбан салып беҙ мохтаждарға, фәҡирҙәргә таратып, Аллаһҡа яҡынайырға тырышабыҙ. Аллаһ ҡорбан итенә мохтаж түгел. Ә беҙ шуны башҡарып, үҙебеҙ мохтаждарҙың, Аллаһының рәхмәтенә, уның мәғфирәтенә ирешергә тырышабыҙ. Ҡорбан салыу Ибраһим пәйғәмбәр заманынан килә.
Ниндәй көндө ҡорбан салырға?
Зөлхизә айының 10-сы көнөндә ҡорбан салына. Ул көндө салырға өлгөрмәһәгеҙ, 11-се, 12-се көнөндә лә салырға мөмкин. Ислам шәриғәте буйынса Ҡорбан салыу вәджиб һанала. “Кәүҫәр” сүрәһендә әйтелә: “Раббының ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм дә ҡорбан сал”. Кемдең мөмкинселеге булып та, ҡорбан салмаһа, ундай кеше беҙҙең мәсеттәребеҙгә яҡынлашмаһын, ти. Аллаһы Тәғәлә өсөн иң һөйөклө һәм ҡәҙерле көндәр – Зөлхизәнең тәүге ун көнө. Был көндәрҙе мосолмандың ураҙа тотоп үткәреүе хәйерле.
Кемдәр ҡорбан салырға тейеш?
Беренсе, мосолман кешеһе. Йәшәр урыны булған, азат, өҫ-башына кейергә кейеме, ашар-эсеренә булған матди яҡтан етеш кеше. Ҡорбан салған көндө кеҫәһендә кәмендә 25-30 мең һум аҡсаһы булырға тейеш.
Ҡорбанды фәҡирҙәр ҙә, мохтаждар ҙа сала ала. Байҙар, хәллеләр, шәриғәт буйынса, салмаһа, дөрөҫ булмай.
Ҡорбанды ир кеше үҙе өсөн генә саламы? Балалары өсөн дә сала аламы?
Сала ала. Үҙ исеменән тыш, ҡатыны исеменән, балалары исеменән дә сала ала.
Ниндәй малды ҡорбан итеп салырға мөмкин?
Шәриғәт буйынса салынасаҡ мал йорт хайуандарынан булырға тейеш. Һарыҡ, кәзә, үгеҙ, һыйыр, дөйә малы ярай, ә йылҡы малын ҡорбан итеп салмайҙар. Шулай уҡ, бер нисә тауыҡ, ҡаҙҙы йәки өйрәкте салырға рөхсәт ителмәй. Бер баш һарыҡ йә кәзә бер кеше исеменән генә салына. Дөйә малын йәки һыйырҙы биш йәки ете кеше сала ала. Салған саҡта барыһының да күңелендә ниәте булырға тейеш. Араһында береһенең генә ниәте булмаһа ла, ҡорбан дөрөҫ булмай. Кәзә йә һарыҡ кәмендә бер йәшлек булырға тейеш, һыйыр малы ике йәшлек, дөйә кәмендә биш йәшлек булырға тейеш. Бүлешкән саҡта ла килолап ҡына бүлешергә тейештәр.
Ҡорбанға тигән мал хәлһеҙләнгән, аҡһаҡ булырға тейеш түгел. Мөгөҙөнөң өстән бер өлөшө һынған, бер күҙе һуҡыр, ҡойроғо өҙөлгән, ҡолағы яртыһынан киҫелгән булһа, ҡолағына ин һалынған булһа – ярамай. Етешһеҙлектәре булырға тейеш түгел.
Ҡорбан итен таратып бирергәме, әллә үҙең ашаһаң да яраймы? Тиреһен ҡайҙа илтергә?
Ҡорбан ите өс өлөшкә бүленә. Ниәтләгән иттең бер өлөшө мохтаждарға, шәкерттәргә, фәҡирҙәргә таратыла, икенсе өлөшөнә ҡунаҡтарҙы һыйлайҙар, өсөнсө өлөшөн үҙенең ғаиләһенә ҡалдыралар. Бөтөнләй таратып та бирә ала, ә ярлы кеше ғаиләһенә генә ҡалдырһа ла бик яҡшы була. Тиреһен эшкәртеп һатырға ярай. Һатҡан аҡсаһын мохтаждарға саҙаҡа итеп бирергә кәрәк.
Ҡорбанды кемдәр сала ала? Ҡорбан салдырған ваҡытта ниндәй доғалар уҡылырға тейеш?
Ҡорбанды, әлбиттә, мосолман кешеһе салырға тейеш. Доға уҡый белмәһә лә, салыу тәртибен белгән кеше булырға тейеш. Ир кеше үҙе салһа, бигерәк тә яҡшы. Малды салған ваҡытта йөнөн, ҡолағын, ҡойроған тотоп торорға кәрәкмәй, иң мөһиме, ниәт ҡылыу. “Аллаһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырам”, тип әйтергә кәрәк.
ХАММАД хәҙрәт.