Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Июнь 2023, 08:15

Тыуған ил хаҡына

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе әүҙем эшләй  Илебеҙ дошман менән алышҡан ошо ауыр мәлдә патриотизм, батырҙар рухы хәтер булып әҫәрҙәрҙә һүрәтләнә, сәхнәләрҙә сағылдырыла, һәйкәлдәрҙә һынландырыла. Ошондай тарихи әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булып, 11 июндә Миәкә районының Илсеғол ауылында Керчь ҡушаматлы легендар атҡа (БР Башлығы гранты буйынса) һәйкәл асылды. Был көндө, яугир ат рухына яҡыныраҡ булыу маҡсатында, Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрының бер төркөм артистары Миәкәгә Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса режиссер Айҙар Зарипов ҡуйған «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» тип исемләнгән спектаклен алып барҙы. Премьера үткән ижад миҙгелендә сәхнәгә сығарылған ине.

Батырлыҡты сағылдырған ат

Тамашасыларҙың йөрәген күптән яулап алған драма әҫәрендә генерал Шайморатов исемендәге батальонға Миәкә районы Илсеғолдан һуғышҡа оҙатылған Ҡорос-Керчь ҡушаматлы айғырҙың ысынбарлыҡта булған яҙмышы һүрәтләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Уралдан алып Берлинғаса яу юлдары үтеп, дүрт йыл утты-һыуҙы кисеп йөрөгән Керчь ҡушаматлы ат тыуған еренә әйләнеп ҡайта.

 Батыр ат тураһында яуҙаштары һоҡланып һөйләй. Керчь хаҡындағы һүҙҙәр маршал Семен Буденныйға тиклем барып етә. Маршал 1947 йылда айғырҙы кәрәгенсә һоло менән тәьмин итеп тыуған яҡтарына – Илсеғол ауылына ҡайтарырға бойора. Керчь Раевка станцияһына тиклем тауар вагонында ҡайта. Станция Илсеғолдан утыҙ саҡырым алыҫлыҡта ята. Атты алып ҡайтҡан мәлдә, арбаға бәйләнгән ат, тыуған ауылына етәрәк, ҡылған еҫен тойоп, тибенгән ерен, эскән һыуын, дүрт йыл элек булған яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрөптөр инде, йөрәге тулауҙан ни эшләргә белмәй, үрәпсеп китә лә дилбегәне өҙөп, бер туҡтауһыҙ кешнәйкешнәй ауылына табан саба. Ауылға ҡайтып еткәс тә, тиҙ генә тыныслана алмай – килеп етеү менән, “Бына мин ҡайттым!” тигән һымаҡ, ауылдың бер осонан икенсе осонаса туҡтауһыҙ юртаҡлап йөрөй.

 Һуғыштан һуң Керчь колхозда 23 йыл хеҙмәт итә. Фронтовик ат тураһындағы хәтирәне ауылдаштары әле лә яҡты иҫтәлек итеп һаҡлай. Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары хәтерләүенсә, башҡа аттарҙан ул иҫ киткес талымһыҙлығы, аслыҡтан хәлһеҙләнгән хайуандар араһында теремек булыуы менән айырылып тора. Айғыр холҡо менән дә үҙен күрһәтә – тик бер хужаға ғына буйһона. Башҡаларҙан айырылып тороуын ул яуҙа ғына танытмай, алыш туҡтағас, ат ҡараусы шәкәр киҫәге менән һыйламайынса, алдындағы бесәнгә лә, һолоға ла үрелмәй.

***

Илсеғол ауылы гимназияһы уҡытыусылары, крайҙы өйрәнеүселәр һәм тикшеренеүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, ат 1936 йылда тыуған. Уны һуғыш башланыр алдынан Илсеғол колхозына Өфө ипподромынан килтергәндәр. 1941 йылда һабантуйҙа бәйге ярышында Керчь беренсе урынды яулай. 1941 йылдың декабрендә ауылдан 15 кеше менән 20 ат фронтҡа оҙатыла. Уларҙы ҡаршылаған генерал Миңлеғәле Шайморатов атҡа шунда уҡ иғтибар итә: “шәп айғыр” тип баһалай.

Керчь менән ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булып ала. Бер заман ат нейтраль зонаға сығып китә, ул миналы ялан аша үтеп, дошман территорияһына сығып китә. Фашистар Керчты уратып ала, шау-гөр киләләр. Иң ғәжәп иткәне шул – айғыр дошман офицерына үҙенә яҡынлашыу ғына түгел, менергә лә рөхсәт итә. Был хәл бик сәйер була. Үҙенең хужаһынан башҡа береһен дә мендермәгән атҡа таныш булмаған кеше менеп ултырһынсы әле! Теге менеп ултырыуы була, айғыр үҙҙәренең позициялары яғына сабып сығып китә. Һыбайлы, имгәнеп ҡуйыуҙан ҡурҡып, һикереп төшә алмай ҡала. Шулай итеп, айғыр “тел” алып ҡайта – разведчиктар әллә нисә көн ҡулға төшөрә алмаған немец дивизияһы инспекторы әсирлеккә эләгә.

1812 йылғы Ватан, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғыштарында башҡорт аттары Рәсәй армияһы сафында ҙур ихтыяж менән ҡулланылған. Бөйөк Ватан һуғышына Башҡортостандан 72 мең ат алынған. Керчь 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер ат була. Башҡа аттарҙы Әзербайжандың Нахичеван колхоздарына биргәндәр. Был аттар 50-се йылдарға тиклем хужалыҡ эштәрендә файҙаланылған.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының тоғро фронтташы булған яугир ат миәкәләр өсөн генә түгел, ә бәлки, бөтә Башҡортостан өсөн, Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлыҡ символы булып тора. Йыл һайын Еңеү көнөндә Илсеғол ауыл советы бинаһына Ҡорос-Керчь иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа уҡыусы балалар ҙа, өлкән быуындар ҙә гөлләмәләр тотоп килә.

***

Әйткәндәй, Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры актрисаһы Резеда Әмәкәсова сығышы менән ошо яҡтан, шуның өсөн дә беҙҙең артистарҙы миәкәләр айырыуса йылы ҡаршылаған. Дәррәү алҡышлап ҡына ҡалмайынса, яҡташтары тураһында ошондай һоҡланғыс әҫәр ижад иткәндәре өсөн, һәр береһе яндарына килеп, ҡулдарын ҡыҫыусылар күп булған.

– Спектакль сценографияһы буйынса ла, декорацияһы буйынса ла билдәле бер ваҡытҡа ла, урынға ла бәйле түгел. Ул мәңгелек тураһында. Спектаклдә егермегә яҡын актер ҡатнаша. Улар аттарға, һалдаттарға, эшселәргә әүерелә. Бында уларға костюмдар һәм шартлылыҡтар ярҙам итә. Төп ролдә – Фәнил Ҡарасурин. Беҙҙең өсөн спектаклдең әҙерлекһеҙ аудиторияға аңлайышлы булыуы мөһим ине. Тәүге тамашасыларыбыҙ – мәктәп уҡыусылары фекерҙәренә ҡарағанда, беҙ ошо маҡсатҡа ирештек, – тип һөйләне ҡуйыусы режиссер Айҙар Зарипов.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Артистарыбыҙ сәхнәлә генә уйнап ҡалмай, ә илһөйәрлек эштәрен бар тарафта дауам итә, мәҫәлән, яңыраҡ филармония артистары Һамар өлкәһенең Рощинский ҡасабаһына барып хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәрҙе күреп, яҡташтарыбыҙ алдында концерт программаһы менән сығыш яһап ҡайтты. Филармония солистары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмил Әүбәкиров, Елена Калинина һәм шулай уҡ артистар Рим Асҡаров, Азамат Асаинов, Айгиз Уйылданов, Эльвира Фәйзуллина, Зарина Ҡотлоғужина хәрби темаға композициялар күрһәтеп, патриотик йырҙар йырлап, башҡорт моңдарын яңғыратып, хәрбиҙәрҙең күңелен күтәрҙе. Ижади коллективтарҙың сәфәре “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” патриотик акцияһы сиктәрендә ойошторолдо һәм ул айына ике тапҡыр уҙғарылып тора.

 – Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙ илебеҙҙе һәм халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлап сафҡа баҫты. Беҙ тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәһен өсөн үҙ ғүмерҙәре менән киләсәгебеҙҙе һаҡлаған егеттәргә ярҙам итеү мөһим, – тине был сәфәр хаҡында Стәрлетамаҡ дәүләт театрконцерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов.

Бындай ярҙам хәрбиҙәрҙең рухи торошон нығытыуға булышлыҡ итә. Ирегеттәр хәрби бурысты үтәп, өйҙәренә иҫән-һау ҡайтһын, тип теләйбеҙ.

Хеҙмәттәре юғары баһалана

Артистарыбыҙҙың эштәре яҡшы сығыштары, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиә-ләүҙә өлөш индергәне өсөн лайыҡлы баһалана килә. Мәҫәлән, күптән түгел, берләшмәгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт заданиеларын үтәү, эш сәфәрҙәре һәм гастролдәр эшмәкәрлеге өсөн “Лада Гранта” автомобиле асҡысын тапшырҙы. Ә унан алдараҡ “Торатау” балалар өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов, йәш быуынға башҡорт халҡының бейеү сәнғәте традицияларын өйрәтеүҙә башҡарған хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнде.

Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ниндәй генә изге ғәмәлдәр ҡылһаҡ та, барыһы ла йәндәй күргән Тыуған илебеҙ, бәхетле киләсәгебеҙ хаҡына башҡарыла! Был мәҙәниәт учреждениеһының эшмәкәрлегендә асыҡ сағыла.

 Роза ҠОБАҒОШОВА.

 

 

Тыуған ил хаҡына
Тыуған ил хаҡына
Автор:Роза Сафина
Читайте нас