Стәрлетамаҡта ошо ваҡиға айҡанлы ҙур саралар программаһы әҙерләнде. Иҫтәлекле көн көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Еңеү паркында мемориалдарға сәскә һалыуҙан башланасаҡ. Артабан байрам программаһы сәғәт 12.00-дән 16.30-ға тиклем "Черёмушки" (Заливной ауылы) ял базаһында үтәсәк. Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар һәм ветерандар ғаиләләре менән һәм һәләк булған ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре саҡырыла.
Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм бай программа әҙерләнде.
Байрам ҡунаҡтарын ветеран ойошмалары араһында спорт-патриотик турнир, "Небесный Волкодав" төркөмө сығышы, патриотик күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре, ялан кухняһы һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы саралар көтә. Инеү бушлай.