Ҡалабыҙҙа “Торатау” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле бына хәҙер ун йыл эшләп килә һәм ул үҙен Стәрлетамаҡта ғына түгел, Башҡортостанда һәм унан ситтә лә уңышлы сығыштары менән халыҡ күңелен күптән яулап алған ансамбль итеп танытты.
Лоҡмановтар мәктәбен үткән йөҙҙәрсә йәш һәләттәр хәҙер үҙҙәре күптән Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең оло сәхнәләрендә сығыш яһай.
“Торатау”ҙар һуңғы ваҡытта ғына ла күп еңеүҙәр яуланы: быйыл май айында коллективта шөғөлләнеүсе 57 бала Сочи ҡалаһында башҡорт бейеүҙәре менән сығыш яһап Гран-при алып ҡайтты, ә 27 июндә, “Торатау” ансамбле “Байыҡ – 2023” республика телевизион конкурсында ҡатнашып, төп призға лайыҡ булды – Гран-при яуланы!
Әйткәндәй, сара Белоруссия форумы сиктәрендә үтте. Конкурсҡа Башҡортостандан ғына түгел, Төньяҡ Осетиянан да, Чечня, Татарстан, Түбәнге Новгород, Ырымбур өлкәһе һәм Мәскәүҙән һәм башҡа тарафтарҙан килгәйнеләр.
- Беҙ, етәкселәр үҙебеҙҙең йәш патриоттарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Улар был еңеүҙе көндәлек ныҡыш хеҙмәте менән яуланы. Башҡорт бейеүе дан ҡаҙанһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ!
ТОРАТАУ - АЛҒА! Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән! – ти коллективтың етәкселәре Рәил Раис улы һәм Лиана Рәил ҡыҙы Лоҡмановтар.
һәр ваҡыт шулай иңдәрҙең-иңе булып ҡалығыҙ, "Торатау"ҙар!
Роза ҠОБАҒОШОВА.