

Республика үҙен Рәсәйҙең ошондай кимәлдәге сараларҙы ҡабул итә белгән ҡунаҡсыл һәм сағыу төбәге итеп күрһәтте, тип билдәләне ул.
Радий Хәбиров төбәк-ара, шул иҫәптән иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән форумдың әһәмиәтен баһаланы. Өфөлә 100-ҙән ашыу килешеүгә һәм меморандумға ҡул ҡуйылды, шуларҙың өстән бер өлөшө – Башҡортостан яғынан.