

Мостай Кәрим исемендәге түбәнең бейеклеге — 3703 метр. Ул Ҡабарҙы-Балҡар бейек тау ҡурсаулығында, Чегем районында урынлашҡан.
«Ҡарар «Географик объекттарҙың атамалары тураһында» федераль законға ярашлы һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы хөкүмәте тәҡдиме менән, шулай уҡ Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт вәкилдәренең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү өсөн ҡабул ителде», — тиелә документа.
Тағы ла ике тау түбәһе ҡабарҙы шағиры Алим Кешоков һәм балҡар шағиры Ҡайсын Кулиев исемен алды.
Башинформ.