Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Июль 2023, 07:40

“ЭСКӘН ИР МЕНӘН ЙӘШӘП БУЛМАЯСАҒЫН БЕЛҺӘМ ДӘ…”

Алкоголизмдан ҡотҡарыусы проект хаҡында “Ирем эсә”, – ти миңә бер йәш танышым. Йәшәй башлағандарына бер нисә йыл ғына бит әле, етмәһә, бәләкәй балалары ла бар. Өҫтәүенә, ҡуртымға фатир алғандар. Мин уға “Балаң хаҡына түҙ, айырылма”, – тип кәңәш бирәм. Ә үҙем эстән генә уйлап ҡуям: аҙағы яҡшы бөтөрмө? Хафаланмаҫ инем – был хәл йыш ҡабатлана.  Донъя күргән  туғандарына әйтеп ҡараған инем, “юҡ, ул кейәүҙе бик маҡтайҙарсы”, - тине яҡын ғына еңгә тейешле кешеһе… Тимәк, кейәү балаҡай кеше араһында үҙен тота белә икән тигән һығымтаға килдем. Шунда ҡылт итеп иҫемә БР Башлығының “Айыҡ ауылдар” грантына проекттар барлығы иҫемә төштө һәм мин ошо проектты күптән түгел отҡан Илгизде эҙләп таптым. Был проект танышыма мотлаҡ ярҙам итер!

Проекттың хаҡы 1 миллион һумдан артығыраҡ һәм уны тормошҡа ашырыу, йәғни тотоноу ваҡыты бер йыл.  Грант отоусы  проектты Салауат, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларында тормошҡа ашыра.  Ни өсөн фәҡәт был ҡалаларҙа тигән һорауыма ла яуабы әҙер уның, беренсенән, моноҡалалар, икенсенән, был ҡалаларҙа эскелек таралаған күренеш тип баһалай  әңгәмәсем.

Мәғлүмәт, иғлан биреүҙән тыш, махсус буклеттар, китаптар сығарып бушҡа өләшергә тура килә икән уға. Лекциялар үткәреү, уларҙа видео материалдар ҡулланыу – барыһы ла сығымдар талап итә. Наркоманмы, эскесеме  кеше – был сир булыуын аңларға тейешбеҙ. Был сирҙәрҙе дауалап булыу-булмау ҙа хоҙай ҡулында. Сөнки, терелдем тип, дауаханан сығып киткән кешенең дә бер-ике айҙан йәки бер-ике йылдан ҡабат “бында эләгеү” ихтималлығы бар.

– Был заман афәтенең ҡайҙан килеп сыҡҡанлығын һәм был хәлдән ҡотолоу юлдарын аңлатырға тырышам кешеләргә, – ти Илгиз.  –  Ни өсөн проекттың ҡыҫҡа ваҡытта тормошҡа ашырылырға тейешлегәнә килгәндә инде,  беҙ йылына 60 лекция планлаштырабыҙ, “Айыҡ йәшәү” тигән 300 китап сығарып таратасаҡбыҙ.  

 – Эскесе кеше, ошо лекциянан сығам да эсеүемде ташлайым, тип яңылыша. Хроник сирле кеше бер рүмкәнән ҡабат эсеп китергә мөмкин. Беҙ Мәләүез, Күмертау наркология бүлектәре менән бәйләнеш булдырҙыҡ. Программа бар, тик дәүләттән дә реаль  финанс ярҙамы булырға тейеш. Стәрлетамаҡтағы “Беҙ айыҡ быуын” клубы һымаҡ  уҡ, Күмертауҙа ла шуға оҡшаш  айыҡтар клубы булдырырға әҙерләнәм, ти әңгәмәсем.

Әйткәндәй, Илгиз ҡаланың йәмғиәт ойошмалары менән дә бәйләнеш булдырған. Әлеге ваҡытта ул төпкөл ауылдарҙағы мәктәп балаларының ауыл урамдары буйлап эсеп йөрөгәндәре өсөн дә көйөнә һәм, проекттың шунда ла барып етеп, тормошҡа ашырылырына ышана.

Милләт киләсәге өсөн Илгиз һымаҡ янып йөрөгән егеттәребеҙ күберәк булһа ине.  Бөтә йәмәғәтселек институттары  менән бер маҡсат ҡуйып, бер төптән эшләгәндә,  йәғни күмәкләп тотонғанда ниҙер үҙгәртергә мөмкиндер.

Римма ҒӘЛИМОВА.

“ЭСКӘН ИР МЕНӘН ЙӘШӘП БУЛМАЯСАҒЫН БЕЛҺӘМ ДӘ…”
“ЭСКӘН ИР МЕНӘН ЙӘШӘП БУЛМАЯСАҒЫН БЕЛҺӘМ ДӘ…”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас