

Валентин Викторович Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Башҡортостан сода компанияһында слесарь-ремонтлаусы булып эшләгән. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. 2022 йылдың 8 авгусында контракт төҙөп, Доставалов исемендәге батальон составында алғы һыҙыҡҡа киткән. 2022 йылдың 7 октябрендә пулемет уты менән дошмандың һөжүмен кире ҡаҡҡанда батырҙарса һәләк булған. Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, хәрби иптәштәрен ҡотҡарған.
Башинформ.