Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Июль 2023, 07:50

Төп көсөбеҙ – йәштәр

Беҙҙең киләсәгебеҙ фәҡәт йәштәребеҙгә, хатта бөгөнгөбөҙ ҙә йәштәребеҙгә бәйле. Стәрлетамаҡтың әүҙем йәштәрен ҡотлау сараһы шул киләсәкте үҫтереүҙә бер аҙым булып торҙо. Улар йыл һайын үҙҙәренең фәндәге, уҡыуҙағы, ижадтағы, спорттағы һәм йәмәғәтселек эшендәге уңыштарын һәм таланттарын юғары кимәлдә күрһәтәләр. Йәштәрҙе ҡала хакимиәте башлығы  Рөстәм Ғәзизов,  йәштәр сәйәсәте  буйынса бүлек начальнигы Альбина Бикмәтова, “Ватан” хәрби патриотик берекмәһе директоры Александр Скворцов ҡотланы.

– Һәр ҡала һәм ил өсөн йәштәр – хәрәкәт итеүсе көс. Беҙҙең Стәрлетамаҡта шундай креатив, ҡыҙыҡлы һәм инициативалы йәш кешеләр булыуына ифрат та шатмын. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ ҡалабыҙ менән республикабыҙ өсөн генә түгел, илебеҙ өсөн дә үҙенең һәләтен тормошҡа ашыра һәм файҙалы эштәр башҡара алыуығыҙға иманым камил, – тип мөрәжәғәт итте сарала ҡатнашыусы тантанана геройҙарына Рөстәм Фәрит улы.

Үҙ сиратында йәштәр сәйәте буйынса бүлек начальнигы Альбина Бикмәтова ла Стәрлетамаҡта Йәштәр көнөн ойоштороуҙа ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе һәм ҡала сараларында ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһын да  артабан да бергә булырға саҡырҙы. Тантаналы ҡотлау сиктәрендә бөтә әүҙем йәштәргә лә маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙылар. Шулай уҡ, йәштәр сәйәсәте өлкәһендә берҙәм эшләгәндәре өсөн, ҡалабыҙҙың уҡыу йорттарына ла төбәп, рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.

Төп көсөбеҙ – йәштәр
Төп көсөбеҙ – йәштәр
Автор:Римма Галимова
Читайте нас