Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Июль 2023, 06:20

Данлы традицияларыбыҙ йәшәһен!

19 августа Стәрлетамаҡта “Купец 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале уҙа.

 Тарихтан белеүебеҙсә, Стәрлетамаҡ оҙаҡ йылдар дауамында гөрләп торған сауҙагәрҙәр ҡалаһы булған. Ҡалала йәшәүселәрҙең байтаҡ өлөшөн сауҙагәрҙәр тәшкил иткән һәм уның үҫешендә мөһим роль уйнаған.

Ул заманда ҡалала йыл һайын ике ҙур йәрминкә – февраль һәм октябрь йәрминкәһе ойошторола. Йәрминкәләр тирәяҡтан кешеләрҙе кәрәкле әйберҙәр менән йәлеп итеп кенә ҡалмай, ә иһә ҡаланы ысын мәғәнәһендә мәҙәни тормош үҙәгенә әйләндерә.

Ә тиҙҙән беҙ хәҙерге заман сауҙагәрҙәре менән танышасаҡбыҙ!

“Купец 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале ҡаланың данлы традицияларын дауам итеүсе һәм уның эшһөйәр халҡына хөрмәт күрһәтеү буласаҡ. Ҡунаҡсыллыҡ фестивале “Купец 2.0” “БСК” акционерҙар йәмғиәте ярҙамы менән уҙғарыла.

Ойоштороу комитеты.

Данлы традицияларыбыҙ йәшәһен!
Данлы традицияларыбыҙ йәшәһен!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас