Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Июль 2023, 05:11

Шатланып ҡайтыр ауылың булһын!

Гөлназ ҒӘБИТОВАның исеме халыҡҡа оҫта хикәйәсе булараҡ яҡшы таныш. Ул әҙәбиәткә хаҡлы ялға туҡтағас ҡына килеп инде,  әммә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә  халыҡ күңелен яулап алды. Ул әҫәрҙәрендә йәшәйештең мәңге юғалмаҫ әхлаҡи темаларын яҡтырта, кешенең эске уй-хистәрен, кисерештәрен оҫта итеп асып бирә. Хикәйәләре бер тынала уҡыла ла, аҙаҡ  оҙаҡ уйландырып йөрөтә. Уны яҙыусы Венер Исхаҡов  башҡорт әҙәбиәтенә яңы һулыш индергән яҙыусы, тип нарыҡлауы раҫҡа килә. Тик уның эшмәкәрлеге  бының менән генә сикләнмәй, Гөлназ Кәшфулла ҡыҙы тыуған ауылын үҫтереүҙә, күтәреүҙә  баһалап бөткөһөҙ ҙур эштәр башҡарыуы менән һоҡландыра. Бына шундай иҫ киткес тынғыһыҙ, ғәмле лә, сәмле лә замандашыбыҙ ошо көндәрҙә үҙенең матур юбилейын билдәләне. Гәзит уҡыусылар иғтибарына  уның менән  әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

 

 Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр

 

 - Гөлназ ханым, ҡайһы яҡтың һыуын эсеп, ҡайһы ерҙең һауаһын һулап үҫтегеҙ, илһам шишмәгеҙҙең башы ҡайҙан килә?

  - Ғафури районының хозур тәбиғәт ҡосағында Ябалаҡ тигән ауылда күмәк балалы татыу ғаиләлә тыуып үҫтем. Баласағым СССР-ҙың гөрләп сәскә атҡан ваҡытына тура килеүе бәхетле осраҡтыр, тим. Атай-әсәйҙең пар ҡанат ҡурсалауында үҫеү, ғәмһеҙ бәхетле бала саҡ, ихлас күңелле өләсәй-ҡартатайымдарҙың, оло быуын әбей-бабайҙарының әкиәттәре, бәйеттәре, легендалары һәм риүәйәттәре аша әхлаҡи тәрбиә алыуҙар, ауыл урамдарында балалар менән сыр-сыу килеп  уйнауҙар, дуҫлыҡ, мөхәббәт хистәре – барыһы ла тормош һабаҡтарым. Атайым Кашфулла Хәлиулла улы менән әсәйем Миңлегөл Мәғәзүм ҡыҙы иҫ киткес егәрле, талапсан кешеләр ине, беҙҙе лә эшһөйәр, ярҙамсыл итеп үҫтерҙеләр. Тыуған яҡты, тәбиғәтте, хайуан-ҡоштарҙы ла яратыу, һаҡсыл ҡараш ғаиләләге тәрбиәнән киләлер. Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр, ти бит халыҡ аҡылы.

   - Белеүемсә, һеҙ бар ғүмерегеҙҙе педагогия эшенә арнағанһығыҙ. Һәм әҫәрҙәрегеҙҙә лә был сағылыш тапмай ҡалмайҙыр.

 - Мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләү дәүеремдә балаларҙа тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләү,  уҡыусыларым менән рухи яҡтан үҫеү, тормош һикәлтәләре күңелемдән урғылып сығып, хикәйәләремдә һибелде. Геройҙарым  яҙмыш ауырлығына, һынауҙарына бирешмәй, һәр ваҡытта ла ысын кеше булып ҡалырға тырыша. Хикәйәләремде гел яҡшы юҫыҡта бөтөрөргә тырышам, сөнки аҡлы-ҡаралы донъяны тик яҡшылыҡ менән генә ағартып, матурлап булырына ихлас ышанам.

   -  Бик күп йылдар балаларға аң-белем биреп, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булғанһығыҙ. Маҡтаулы, ләкин бик яуаплы һәм ауыр эш. Шундай һөнәр һайлағанығыҙға үкенмәнегеҙме?

   - Башҡа эштә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Совет тәрбиәһендә үҫкәс, балалар теманы аңлы һәм еңел үҙләштерһен, яҡшы кеше булып үҫһен тип тырыштыҡ. Балалар менән ысын күңелдән йөҙөп йөрөп эшләне ул заман уҡытыусылары. Бер ҙә матди яғын уйламағанбыҙ, идея өсөн дә эшләгәнбеҙҙер инде. Һис үкенмәйем. Ҡыҙғаныс, күп ауыл мәктәптәре  ябылды. Мәктәп булмағас, йәштәр ҙә ҡалмай. Ауыл ҡартая, шуныһы аяныс.

 

Таҡтаташ ҡуябыҙ тип кенә башлағайныҡ

 

 - Гөлназ Кашфулла ҡыҙы, белеүемсә, әле лә тынғыһыҙһығыҙ, әҙләнеүсәнһегеҙ. Ауылығыҙҙың  үҙ йөҙөн булдырырға тырышып йөрөйһөгөҙ, мәрхүм  булған атай-әсәй нигеҙен тергеҙеп кенә ҡалмай,  ауылығыҙ өсөн дә бихисап эштәр башҡараһығыҙ икән.

- Ҡасандыр гөрләп торған ауылыбыҙҙа хәҙер күбеһенсә ололар йәшәй. Ауылдың  тирә-яғын буръян баҫҡан, юлдар иҫкергән, ауылға инерлек түгел, төндәрен урамдарҙа дөм ҡараңғы. Хатта мәктәпте лә һатып ебәргәндәр... Шуларҙы күреп, йөрәгем бик әсенде. Оҙаҡ уйланғандан һуң бәләкәй саҡтан килгән күптәнге хыялым – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙарға һәйкәл ҡуйыу идеяһын  атҡарып сығарырға булдым. Һәр ҡаҙаныш изге ниәтеңдән башлана бит, ауыл кешеләре менән айырым осрашып та, йыйылышып та һөйләшеү алып барҙым. Был изге башланғысҡа  ауылдаштарым Кәримов Азат, Кинйәбаев Мәҡсүт, Сәғитов Рәсүл ағайҙар  шатланып ҡушылды. Бер юлы "Шәжәрә", "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдарын да уҙғарайыҡ, тип тәҡдим яһаным.

   Ауыл халҡы, шуны ғына көткәндәй, берҙәм күтәреп тә алды. Хәйриә аҡсаһын йыйыу һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемлеген төҙөү эштәрен үҙ иңемә алдым. Таҡтаташҡа етерлек аҡса йыйып булырмы, уйлаған ниәтем килеп сығырмы, тип бик ныҡ борсолдом. Шул ваҡытта  балаларым, бер туғандар һәр ваҡыт тел ярҙамы менән терәк булды, ауылдан сыҡҡан һәр кем үҙенең изге бурысын үтәргә атлығып торҙо. Кешеләр үҙҙәре килеп тә, телефонға шылтыратып та, балалары, ейәндәре, хатта бүләләләренә тиклем аҡсалата ярҙам күрһәтте – ниндәй  ҡыуаныслы хәл! Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр. Халыҡтың ҙур ярҙамы менән етерлек аҡса йыйылды.

Ул йылда Аллаһы Тәғәлә иртә яҙҙан ауыл халҡына ғәжәп йылы көндәр бүләк итте. Апрель айы башынан байрамға тиклем ауыл халҡы, ситтән ҡайтҡан балалары төрлө экологик өмәләрҙә, ағас ултыртыртыуҙа, зыяратты таҙартыуҙа дәррәү ҡатнашты. Берҙәм  булып тупланып, парк урынын таҙартып, ҡойма менән уратып, ҡарағайҙар ултырттыҡ. Таҡтаташты элекке мәсет, һуңғараҡ мәктәп торған урынға ҡуйҙыҡ. Обелискты уратырға тимер ҡойманы Еҙем-Ҡаран  ауыл советы бирҙе. Эш көндән-көн ҡыҙҙы, Кинйәбаев Мәҡсүт, Кәримов Азат кеүек ир-уҙамандар көнө-төнө шунда ҡайнаны, Сәғитов Рәсүл тейешле кәңәштәрен биреп торһа, Ниғмәтуллиндар, Шәйәхмәтовтар, Аҫылгәрәевтар, Алмаҡаевтар, Ғәбитовтар, Кәримовтар  ғаиләһе һәр башланғысты күтәреп алды. Шулай итеп, Таҡтаташ ҡуябыҙ тип кенә башланған эш Хәтер паркы булып килеп сыҡты. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ. "Хәтер паркы" итеп  эшләнек.  булып килеп сыҡты. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ. "Хәтер паркы" итеп  эшләнек.  Ул ғына ла түгел, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын үткәрергә лә аҡса етте. Һәр ғаилә өйөн, ихатаһын төҙәтеп-йүнәтеп, ҡоймаларын буяп, тәртипкә килтерҙе, хатта урам буйындағы электр бағаналарына тиклем аҡлап ҡуйҙыҡ. Башҡарылған бөтә эштәрҙе интернет селтәренә ҡуйып барҙым.

  Их, тағы ла юлға ҡырсынташ йәйелһә, бағаналарға лампалар ҡуйылһа, яҡшы булыр ине, тине ауылдаштар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ауылды юл һәм ут менән тәьмин итеү указына ярашлы, ауыл халҡы исеменән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа һәм Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа хат менән мөрәжәғәт иттек. Улар халыҡтың төп проблемаһын яҡшы аңлап, ыңғай хәл итте. Тиҙ арала юлдарға ҡырсынташ һалынды, бағаналарға электр лампалары  ҡуйылды.

   Байрам сараһы иҫ киткес юғары кимәлдә үтте: һәр ғаилә ихаталары алдында табын ҡорҙо, шәжәрәләрен элеп ҡуйҙы. Был мәртәбәле сараға алдан ҡорбан салынып, аш-һыу әҙерләнде. Байрамды Кәримов Азат менән  икәүләп “тере музыка” аҫтында алып барҙыҡ. Үҙбәк ауылының имам-хатибы Илфат Ғәлин Ҡөрьән аяттарын уҡып, Обелискты асыу тантанаһына фатиха бирҙе. Халыҡ хөрмәтле ҡунаҡтар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов менән Республика Милли архивының бүлек мөдире Зөфәр Ғәтиәтуллиндың сығыштарын бик ҡыҙыҡһынып тыңланы. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, ауыл халҡына триммер бүләк итте. Ауыл советы башлығы ойоштороусыларҙы һәм активистарҙы билдәләп, бүләкләп китте. Ҡарағай ауылы эшҡыуарҙары, Исмәғил олатайҙың ейәндәре Радик менән Миңнира Сәғитовтар оло йәштәге кешеләргә бүләктәр таратты. Районыбыҙҙың һәүәҫкәр тарихсыһы Һаҙый Юлмөхәмәтов "Табын" гәзитендә ауылыбыҙҙың бай тарихын яҡтыртты. 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөндә бәләкәй генә ауылда Обелиск асылыуы Башҡортостан һәм Рәсәй Үҙәк телевидениеһынан күрһәтелеүе, радионан бик матур тапшырыу булыуы Балаҡ ауылы халҡы күңеленә айырыуса хуш килде.  Был осрашыу бик күп йылдарға етерлек онотолмаҫ хәтирәләре, йылы, ҡәҙерле тәьҫораттары менән  һаҡланыр, тигән ышаныстамын.

- Эште атҡарып сығыу бер, артабан шул кимәлдән түбән төшмәҫ өсөн бик күп эшләргә лә кәрәк бит.

  -  Тирә-яҡты тәртиптә тотор өсөн йыш ҡына экологик өмәләргә сығып торабыҙ. Обелиск эргәһен таҙартып, төрлө сәскәләр үҫтерәбеҙ. Йыл  һайын 22 июндә ауылдың икенсе тыуған көнөн билдәләп үтәбеҙ. Бына шуға ауыл осондағы "Ябалаҡ ауылына рәхим итегеҙ!" баннерын яңыртып ҡуйҙым.

Ауылдаштар тыуған атайсалына һәр ваҡыт шатланып ҡайтһын, ҡайтыр ерҙәре булһын. Хоҙайға мең шөкөр, ауылыбыҙ йәшәй! Һәр ауыл ни менәндер айырыла бит,  ә беҙҙең ауыл матур тәбиғәте, киң урамдары, төҙөк өйҙәре, яҡшы күңелле тырыш кешеләре менән үҙенә тартып тора, - ти эске бер ғорурлыҡ менән Гөлназ Кашфулла ҡыҙы.

Тап уның кеүек үҙ илен, үҙ ерен, үҙ ауылын, кешеләрен эскерһеҙ ихласлыҡ менән яратҡан шәхестәр булғанда ауылдар йәшәйәсәк әле!

Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.

Фото ғаилә архивынан алынды.

 

Шатланып ҡайтыр ауылың булһын!
Шатланып ҡайтыр ауылың булһын!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас