

Тейешле бойороҡҡа Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе Роман Артюхин ҡул ҡуйҙы. Министрҙар кабинеты башлығына награданы Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән.
Миҙал юғары ведомство наградаһы булып тора, уның менән Федераль ҡаҙнаға йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл итеүҙә әүҙем ярҙам күрһәткән граждандар ҙа бүләкләнә.
Алексей Иванович Васильев - XVIII һәм XIX быуаттарҙа йәшәгән финансист һәм закон сығарыусы, Рәсәй империяһының беренсе финанс министры империи (1802—1807), Фәндәр Академияһының почетлы ағзаһы (1796), Рәсәй фәндәр академияһы ағзаһы (1801).
Башинформ.