

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармония артистары Һамар өлкәһенең Рощинский ҡасабаһында хәрби әҙерлек үтеүсе Башҡортостан егеттәре янына барып, хәләхүәлдәрен белешеп ҡайтты.
– Яугирҙар алдында концерт ҡуйҙыҡ. Ошонда хәрби әҙерлек үтеүсе билдәле артист та беҙгә килеп ҡушылды. Билдәле сәбәптәр буйынса, исемен әйтмәйбеҙ, – тине Бейеү театрының баш балетмейстер ярҙамсыһы Рим Асҡаров. – Әлбиттә, беҙ егеттәр янына буш ҡул менән барманыҡ – рухи байлыҡ бүләк итеп кенә ҡалманыҡ, һуғыш өсөн иң мөһим булған гуманитар ярҙам алып барҙыҡ. Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының ҡала комитеты менән берлектә һатып алынған “разгрузка СМЕРШ” артмағын разведчиктар ротаһы командирына – “Бүре” ҡушаматлы яугирға бирҙек. Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының педагогика һәм психология факультетының ирекмәндәр отряды бәйләгән өс тоҡ маскировкалау селтәрен “Башҡортостан” полкы командирына тапшырҙыҡ.
Хәрбиҙәр гуманитар ярҙам алып барған өсөн ҙур рәхмәт әйттеләр. Егеттәрҙең күңелдәре көр, кәйефтәре яҡшы, – тине Рим Хисаметдин улы. – Был йәһәттән беҙ һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып торған БР Мәҙәниәт министрлығына, СДТКБ, ҡала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының педагогика һәм психология факультетына оло рәхмәт белдерәбеҙ.
Артистарыбыҙ шулай уҡ медицина төркөмөндә хеҙмәт итеүсе ҡыҙҙарға гөлләмәләр бүләк итергә лә онотмаған.
Әйткәндәй, 2600 доброволецты берләштергән “Башҡортостан” исемле полк һымаҡ полк Рәсәйҙә икәү генә: береһе “Мәскәү” тип атала, икенсеһе – беҙҙең ”Башҡортостан” полкы.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, артистарыбыҙ “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” патриотик акцияһы сиктәрендә, айына ике тапҡыр үҙ ирке менән хәрби хеҙмәткә алынған яугирҙар янына барып кәйефтәрен күтәреп, рухтарын нығытып ҡайта.
Аҡ юл һеҙгә, егеттәр, барығыҙ ҙа имен-аман, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Роза САФИНА.
Һүрәттә: Рим Асҡаров “Бүре” ҡушаматлы рота командирына “разгузка СМЕРШ” артмағын тапшыра
Фото шәхси архивтан алынды.