Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло.
Таһир Исламетдин улы Ҡырмыҫҡалы районы Мөҡсин ауылында тыуған. Атаһы менән әсәһе өс бала тәрбиәләп, һәүетемсә генә тормош көтөп ятҡанда ғаиләләренә ҡайғы килә: Таһир беренсе класта уҡығанда атайһыҙ ҡала. Тик етемлеккә бирешеп, юғалып ҡалмайҙар. Ауыл ерендә эшләмәй көн итеп булмай, бар тормош ауырлыҡтары әсәләре Шәрғиә апайҙың иңенә төшә. Таһир 10-сы класты уҡып бөткәс, Салауат ҡалаһына оператор һөнәрен үҙләштетеү өсөн һөнәрселек учлилищеһына уҡырға инә. Бер йыл эшләгәндән һуң, армияға алына. Ике йыл Украинаның Никополь ҡалаһында хәрби бурысын үтәп, егет ҡорона инеп, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм Салауат нефть-химия комбинатында эшен дауам итә. Күп тә үтмәй, үҙенең буласаҡ тормош юлдашын осрата.
Ә уларҙың танышыуы бик ҡыҙыҡлы һәм осраҡлы килеп сыға. Йәштәр уртаҡ дуҫтарының тыуған көнөндә таныша. Кем уйлаған инде шул саҡ был танышыуҙың ғүмерлек мөхәббәткә әйләнерен?!. Ике йәш йөрәк дуҫлашып, бер-береһенә ғашиҡ була, оҙаҡ та үтмәй, 1973 йылдың 22 июнендә өйләнешергә ҡарар итәләр.
Әйткәндәй, ҡатыны Светлана – Өфө ҡыҙы. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, башта биҙәүсе һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан Мәскәү өлкәһе Лобня ҡалаһында иҡтисадсы һөнәренә уҡып сыға.
Йәштәр Салауат ҡалаһында үҙ фатирҙарында матур тормош көтә башлайҙар. Ғаиләгә йәм һәм биҙәк өҫтәп, бер-бер артлы ҡыҙҙары Альбина менән Гүзәл донъяға килә. Ата-әсәһенә оҡшап, ҡыҙҙар ҙа бик тырыш һәм ярҙамсылдар. Уңыштары менән һөйөндөрөп үҫә ҡыҙҙар.
Ата-әсәләре балаларын башлы-күҙле итеп, лайыҡлы белем биреп, оло тормош юлына сығарып, үҙҙәре хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, Стәрлетамаҡ районы Озерковка ауылына күсеп киләләр. Шунда өй һалып, һоҡланғыс донъя көтә башлайҙар. Егәрле ғаилә ҡош-ҡорт тота, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерә. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, йорт эсе үҙе бер ожмах һымаҡ: хужабикәнең күҙҙең яуын алып, тирә-яҡҡа хуш еҫ бөркөп ултырған сәскәләре, ә Таһир ағайҙың талдан үрелгән кәрзиндәрен күреп хайран ҡалмаған кеше юҡтыр!
Хәҙер инде өс ейән-ейәнсәре һәм бер бүләсәре бар уларҙың. Ярты быуат ғүмерҙе ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош һикәлтәләре аша бергә атлаған был ғаилә балаларына ғына түгел, ауылдаштарына ла өлгө булырлыҡ. Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. Шунса ғүмерҙе бергә кисереү өсөн аҡыл да, өмөт-ышаныс та, түҙемлелек тә кәрәк.
Киләсәктә лә шулай уңғанлығығыҙ, күркәм аҡылығыҙ, сабырлығығыҙ менән тирә-яҡҡа нур таратып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле!
Наилә ХӘЙБУЛЛИНА,
Айыусы ауылы.