Ил Президенты Владимир Путин хәрби дәрәжәһе булған граждандар өсөн запаста булыуҙың сикке йәшен биш йылға арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Шулай итеп, беренсе разрядлы хәрби бурыслыларға сикке йәш – 35-тән 40 йәшкә, икенсе разрядлыларға – 45-тән 50 йәшкә, өсөнсө разрядлыларға 50-нән 55 йәшкә тиклем күтәрелә.
Өлкән офицерҙар өсөн мобилизация резервында булыуҙың сикке йәше – 65 йәшкә, кесе офицерҙар өсөн 60 йәшкә тиклем арттырылды.
Загида МУСИНА.