"Президенттың эш сәфәрҙәре дауам итә һәм шулай уҡ ул "Рәсәй – Африка" саммитына ныҡлы әҙерлек алып бара", - тине Песков Путиндың пландары тураһында.
Дөйөм алғанда, аҙна аҙағына "бик мәшәҡәтле көндәр – саммит сиктәрендә күп яҡлы саралар һәм ике яҡлы осрашыуҙар, улар бик күп буласаҡ".
Икенсе саммит һәм "Рәсәй – Африка" иҡтисади форумы 27-28 июлдә үтәсәк.
Был турала “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Р.САФИНА