Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Июль 2023, 05:45

Петербургтағы саралар Эфиопия премьеры менән осрашыуҙан башланды

Рәсәй Президенты Владимир Путин Эфиопия  премьер-министры Абий Ахмед Али  менән Санкт-Петербургта һөйләшеүҙәр алып бара. Осрашыу Стрельналағы Константин һарайында уҙа. Ул Рәсәй лидерының форумға һәм Рәсәй – Африка саммитына килеүсе делегацияларҙың башлыҡтары менән контакттар серияһын аса. “Беҙ Рәсәй менән Эфиопия араһындағы үҙ-ара хөрмәт һәм мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алыу принциптарына нигеҙләнгән күп йыллыҡ дуҫлыҡ бәйләнештәрен юғары баһалайбыҙ”, - тип билдәләне президент. Уның фекеренсә, был осрашыу ике яҡлы халыҡ-ара көн тәртибендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн яҡшы мөмкинселек булды. Атап әйткәндә, сауҙа күрһәткестәре бер аҙ  кәмеүгә ҡарамаҫтан,  был өлкәлә үҫеш тенденцияһы яҡшы – 56 процент, -тип билдәләне Путин. Эфиопия делегацияһы  визитына мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса хөкүмәт-ара килешеү, һауа бәйләнеше тураһында меморандум, мәғлүмәт-коммуникация технологиялары өлкәһендә  үҙ-ара аңлашыусанлыҡ тураһында меморандум, атом энергияһын файҙаланыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы, таможня хеҙмәттәре араһындағы протокол  менән документтар пакетын әҙерләгәндәр. “Хеҙмәттәшлек сиктәрендә кадрҙар әҙерләү дауам итә, үткән йылдарҙа  Эфиопияның  20 мең гражданы Рәсәйҙә белем алды”, - тип билдәләне Путин. Ил етәксеһе илдәрҙең үҙ-ара бәйләнеше, шул иҫәптән Рәсәй – Африка саммиты сиктәрендә, емешле буласағына өмөт белдерҙе. Р.ЗАМАНОВА.

Осрашыу Стрельналағы Константин һарайында уҙа. Ул Рәсәй лидерының форумға һәм Рәсәй – Африка саммитына килеүсе делегацияларҙың башлыҡтары менән контакттар серияһын аса.

“Беҙ Рәсәй менән Эфиопия араһындағы үҙ-ара хөрмәт һәм мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алыу принциптарына нигеҙләнгән күп йыллыҡ дуҫлыҡ бәйләнештәрен юғары баһалайбыҙ”, - тип билдәләне президент.

Уның фекеренсә, был осрашыу ике яҡлы халыҡ-ара көн тәртибендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн яҡшы мөмкинселек булды. Атап әйткәндә, сауҙа күрһәткестәре бер аҙ  кәмеүгә ҡарамаҫтан,  был өлкәлә үҫеш тенденцияһы яҡшы – 56 процент, -тип билдәләне Путин.

Эфиопия делегацияһы  визитына мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса хөкүмәт-ара килешеү, һауа бәйләнеше тураһында меморандум, мәғлүмәт-коммуникация технологиялары өлкәһендә  үҙ-ара аңлашыусанлыҡ тураһында меморандум, атом энергияһын файҙаланыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы, таможня хеҙмәттәре араһындағы протокол  менән документтар пакетын әҙерләгәндәр.

“Хеҙмәттәшлек сиктәрендә кадрҙар әҙерләү дауам итә, үткән йылдарҙа  Эфиопияның  20 мең гражданы Рәсәйҙә белем алды”, - тип билдәләне Путин. Ил етәксеһе илдәрҙең үҙ-ара бәйләнеше, шул иҫәптән Рәсәй – Африка саммиты сиктәрендә, емешле буласағына өмөт белдерҙе.

Р.ЗАМАНОВА.

Петербургтағы саралар Эфиопия премьеры менән осрашыуҙан башланды
Петербургтағы саралар Эфиопия премьеры менән осрашыуҙан башланды
Автор:Роза Сафина
Читайте нас