Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Июль 2023, 07:00

Контрһөжүмдең бөтә ынтылыштары туҡтатылды

Владимир Путин хәрби хәрәкәттәр зонаһында нимәләр булғаны тураһында Беренсе каналда һөйләне.

Милләтселәрҙең һуңғы ваҡытта хәрби хәрәкәттәр әүҙемләшкән Запорожье йүнәлешендә һөжүм итергә маташыуы туҡтатылды. Дошман бер  участкала ла уңышҡа ирешә алманы һәм һөҙөмтәлә ҙур  юғалтыуҙар кисерҙе. Был турала Владимир Путин Петербургтағы «Рәсәй – Африка» саммит яланында  Беренсе канал хәбәрсеһе Иван Прозоровҡа һөйләне.  

- Хәрби хәрәкәттәр етди рәүештә  әүҙемләште. Был турала  аралашыу зонаһындағы реаль ғәмәлдәр  раҫлай. Киң  масштаблы контрһөжүм  быйыл 4 июндә башланды. Төп бәрелештәр Көнбайыш әйтмешләй, Запорожье йүнәлешендә булды, тине ил башлығы. - Кисә  етди хәрби хәрәкәттәр Ҡара диңгеҙ флоты диңгеҙ  пехотаһының 810-сы  бригадаһының яуаплылыҡ зонаһында  һәм   Көньяҡ хәрби округ 58-се армияһының 42-се дивизияһы  71-се полкында барҙы. Һис арттырыуһыҙ әйтә алам, беҙҙең һалдаттар һәм офицерҙар күмәк батырлыҡтың иң яҡшы өлгөләрен күрһәттеләр. Дошман күп һанда бронетехника ҡулланып та (50 берәмек). Шуларҙың  39 берәмеге – 26 танк һәм 13 бронемашина тар-мар  ителде. 60 проценты юғарыла аталған подразделениеларҙың шәхси составы көстәре тарафынан юҡ ителде, ә 40 проценты – хәрби авиация летчиктары тарафынан.

Бөгөн беҙҙең егеттәргә хәрби хәрәкәттәр зонаһында уҡ  дәүләт наградалары тапшырыласаҡ. Контрһөжүмдең бөтә ынтылыштары туҡтатылды, дошман ҙур юғалтыуҙар менән кире ҡағылды.

Хәрби  техниканан башҡа, дошмандың  личный составы ҙур юғалтыуҙар кисерҙе  – ике йөҙҙән ашыу кешеһен юғалтты. Әлбитә, беҙҙекеләр ҙә  юғалтыуҙарһыҙ булманы, әммә айырма  ғәйәт ҙур, беҙҙең яҡтан  һәләк булыусылар ун тапҡырға әҙерәк. Был һуңғы тәүлек эсендәге алыш беҙҙең һалдаттарҙың күпләп батырлыҡ күрһәтеүенең сағыу  миҫалы тураһында һөйләй.

Р.ЗАМАНОВА.

Контрһөжүмдең бөтә ынтылыштары туҡтатылды
Контрһөжүмдең бөтә ынтылыштары туҡтатылды
Автор:Роза Сафина
Читайте нас