

Әлеге ваҡытта Үҙәк, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте һәм Граждандар башланғыстарын яҡлау төбәк ресурс үҙәге менән берлектә, сираттағы гуманитар ылау йыйыу менән мәшғүл.
Был юлы яугирҙарыбыҙға еүеш салфеткалар, бөжәктәрҙән һаҡланыу саралары, ябай ойоҡбаштар, аллергия, вирустарға ҡаршы һәм ауыртыуҙы баҫыусы дарыуҙар, 20 литрлы пластик канистрҙар, балыҡ консервалары ебәрергә кәрәк буласаҡ. Тулыраҡ исемлекте Үҙәктең үҙендә белергә була. Әйберҙәрҙе лә ошонда уҡ ҡалдырырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге Хоҙайбирҙин урамы, 122-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: дүшәмбе-йома иртәнге сәғәт 9.00-дән киске 8.00-гә тиклем. Шәмбе сәҫғәт 10:00-дән 14:00-гә тиклем эшләй. Белешмә өсөн телефон: 8 (929) 75-74-892.
Әйткәндәй, яугирҙарыбыҙға Еңеүҙе яҡынайтыуҙа финанс ярҙам күрһәтергә лә мөмкин:
АНО РРЦ
ИНН: 0268094179
КПП:026801001
ОГРН: 1210200036826
Расчетный счет: 40703810206000003421
Банк: БАШКИРСКОЕ ОТДЕЛЕНИЕ
№598 ПАО СБЕРБАНК
БИК банка: 048073601