Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Июль 2023, 06:10

Уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә һәм ҡыҙыҡлы ла

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн 46 туристик маршрут әҙерләнде

Башҡортостан уҡыусылары 46 уникаль туристик маршрут буйынса бушлай сәйәхәт итә аласаҡ. Был турала республика Эшҡыуарлыҡ һәм  туризм министрлығы хәбәр итә.

Бындай турҙар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса ойошторола.

Башҡортостанда “Мәктәп туризмы“ программаһын торомошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктең  туроператорҙары 5-9-сы класс уҡыусылары өсөн 46 уникаль туристик маршрут әҙерләгән. Улар балаларға үҙҙәре йәшәгән төбәктең тарихын һәм йолаларын нығыраҡ белергә ярҙам итә. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты арҡаһында 2023 йылда беҙҙең республикаға федераль бюджеттан 188,7 миллион һум аҡса бүленде. Проектты төбәк бюджытынан берлектә финанслау күләме 75,5 миллион һум тәшкил итте.

Иң популяр экскурсиялар булып Өфөнөң иҫтәлекле, мәҙәни урындары буйлап сәйәхәт итеү тора. Әммә уҡыусылар республиканың бүтән   маршруттары буйлап йөрөүҙе хуп күрә. Миҫал өсөн, Салауат Юлаевтың тыуған яғында “Янғантау” геопаркы, шулай уҡ “Ҡурғаҙаҡ” шишмәһе һәм Иҙрис мәмерйәһенә барыу. Урал  легендалары” туры буйынса Имәндәш ауылындағы   музейҙы барып күрергә, Торатауға менергә, “Красноусол” шифаханаһына сәйәхәт ҡылырға мөмкин.

“Киләсәккә күҙ һалайыҡ” һөнәри йүнәлеш-тыуған яҡты өйрәнеү туры популяр булып тора, унда уҡыусылар Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе менән таныша, “Йәш тикшеренеүсе яҙмалары” оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша.  

Ике аҙналыҡ  турҙар  программаһына мотлаҡ йәйәнән уҡ атыу, атта һыбай йөрөү, тәңкәләр һуғыу  һәм башҡа оҫталыҡ дәрестәре инә. Балаларҙа үҙ фильмыңды булдырыу буйынса уҡыу ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты  Рәсәйҙә  2030 йылға  сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы, һәм шулай уҡ,  туризм тармағының мультипликативлығы иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште  күҙ уңында тота. Милли проект Рәсәй буйынса сәйәхәт ҡылыуҙы  уңайлыраҡ, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итергә ярҙам итәсәк.

Милли проекттар РФ президенты Владимир Путин башланғысы менән 2019 йылда старт алды.

Роза САФИНА.

Уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә һәм ҡыҙыҡлы ла
Уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә һәм ҡыҙыҡлы ла
Автор:Роза Сафина
Читайте нас