Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Август 2023, 12:46

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына

Рәсәй  Президенты Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышында  еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Документ быйыл 31 июлдә дүшәмбе көндө хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми сайтында баҫылып сыҡты.

Указға ярашлы, хөкүмәт өс ай эсендә саралар планын әҙерләргә тейеш. Унда шулай уҡ сит ил лидерҙарының ҡатнашыуын күҙ уңында тоторға ҡушыла.

РФ Сит ил эштәре министрлығы указына ярашлы, «байрам сараларын уҙғарыуҙа кәрәкле сәйәси-дипломатик ярҙам булдырыу» талап ителә.

Байрамдарға әҙерлек буйынса эшмәкәрлекте координациялау менән «Еңеү» («Победа») ойоштороу комитеты шөғөлләнәсәк, тип аныҡлана документта.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына
Автор:Роза Сафина
Читайте нас