2023 йылдың беренсе яртыһында унда 16 меңдән ашыу урта класс уҡыусылары ҡатнашты, тип хәбәр итәләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Йәйге осорҙа төбәктә йәшәүсе йәш быуын вәкилдәре өсөн республиканың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылыу өсөн бушлай экскурсиялар ойошторола.
Башҡортостанда “Мәктәп туризмы” программаһын тормошҡа ашырыуға 21 туристик ойошма йәлеп ителгән.
Рөстәм Афзалов, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры:
- “Мәктәп туризмы” программаһы былтыр 11 төбәктән пилот проекты булараҡ эшләй башлағайны. Ул кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы булып сыҡты, шуға күрә ул әле лә дауам ителә. Быйыл “Мәктәп туризмы” Рәсәйҙең 29 субъектында тормошҡа ашырыла. Сәйәхәт сығымдарын дәүләт тулыһынса үҙ өҫөтөнә ала. Был республиканың 37 меңдән ашыу уҡыусыһына (5-9 класс уҡыусыларының дөйөм һанының 14,5 проценты) туристик маршруттарҙа ҡатнашырға форсат бирә. Программа буйынса сәйәхәт итеү мәсьәләһен уҡыусылар ата-әсәләр һәм класс етәксеһе менән бергәләп хәл итә, район мәғариф бүлегенә заявка бирәләр. Дөйөм федераль талаптар уңайлыҡтары булған ҡунаҡханала, туҡланыу һәм экскурсиялар һәм патриотик-тәрбиә йәки мәҙәни-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәгәге оҫталыҡ дәрестәре менән 24 сәғәттән ашыу сәйәхәтте күҙ уңында тота.
Р.ЗАМАНОВА.