Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2023, 09:10

Рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡ ителә

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем биш рөхсәтһеҙ сүплек бөтөөләсәк.

Башҡортостандың алты эре ҡалаһында «Экология» милли проекты сиктәрендә экологик зыян тупланған объекттарҙы бөтөрөүгә тотондолар, тип хәбәр итәләр  республика Экология министрлығынан.

Раҫланылған  графиктарға ярашлы, әлеге ваҡытта Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Күмертау ҡалаларында экологик хәүефле объекттарҙы бөтөрөү буйынса эштәр алып барыла.

Бөгөнгө көндә  сүплектәр – Баймаҡта 90 процент, Сибайҙа – 55 процент, Стәрлетамаҡта – 60 процент, Дәүләкәндә – 55 процент, Благовещенда – 45 процент һәм Күмертауҙа  40 процентҡа әҙер.

Республика Хөкүмәтендә быйыл йыл аҙағына тиклем  биш ҡалала, ә Күмертауҙа киләһе йыл аҙағына сүплектәрҙе бөтөрөүҙе тамамларға уйлайҙар.

Р.ЗАМАНОВА.

Рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡ ителә
Рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡ ителә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: