Һәр йылдағыса, тельняшкалар, зәңгәр береттар кейгән десантсылар флагтар тотоп Жуков исемендәге скверға йыйылды. Сара тантаналы рәүештә сафтарға теҙелеп, десантсылар һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды.
Сарала Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Ғафаров, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, “Афғанстан ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сергей Балмасов, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ассоциацияһы рәйесе Фәнүр Дәүләтбаев, БР хәрби комиссариатының Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса мобиль ресурстарҙы планлаштырыу, тәғәйенләү, әҙерләү һәм иҫәпкә ҡуйыу бүлеге начальнигы Андрей Каракеча, ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов, “Десант туғанлығы” ойошмаһы рәйесе Станислав Алексеев, ветерандар һәм йәмәғәт ойошмалары, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре, Еңеү волонтёрҙары һәм ҡала халҡы ҡатнашты.
Артур Ғафаров тантанаға йыйылыусыларҙы сәләмләп, десантсыларҙың үҙ бурыстарын һәр ваҡытта ла намыҫ һәм батырлыҡ менән үтәүен, һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артур Рәзил улы:
-Һауа-десант ғәскәрҙәре бөгөн дә махсус хәрби операция зонаһында үҙҙҙәренең хәрби бурысын үтәп, илебеҙҙе батырҙарса яҡлауын дауам итә. Хөрмәтле һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм аяҙ күк йөҙө теләйем. Һәр ваҡыт юғарыла булығыҙ! – тигән теләктәрен еткерҙе.
Меңләгән Стәрлетамаҡ егеттәре Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, күптәре – ҡыҙыу нөктәләрҙә. Һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Сараға йыйылыусылар шулай уҡ махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙар – “Батырҙар аллеяһы”нда фотоһүрәттәре торған егеттәр
рухын да хөрмәтләп иҫкә алды. Был проект Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге менән берлектә “Ватан” яугирҙары ғаиләләре комитеты ағзалары исеменән сығыш яһай.
Артабан десантсылар Еңеү паркындағы Яугир-интернационалистар стелаһына юлланды. Байрам саралары артабан шулай уҡ “Содовик” паркында дауам итәсәк. Унда төрлө майҙансыҡтар эшләй, спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ә кискеһен паркта асыҡ һауала Ырымбур ҡалаһының “Контингент” музыкаль төркөмө концерт күрһәтәсәк.
Р.САФИНА.
Автор фотолары.