Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Август 2023, 10:10

Түрәләр Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәрҙә йөрөргә тейеш

Рәсәй Президенты Владимир Путин 3 августа эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары етәкселәре менән осрашыуҙа ошо турала белдерҙе.

Ил башлығы һүҙҙәренсә, министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ эштәр менән идара итеүселәр  сит илдә сығарылған машиналарҙы һатып алыуҙы һорайҙар һәм ошоға баҫым яһайҙар.

"Мин әйттем,бындай хәл бөтөнләй булырға тейеш түгел, һәм илдең бөтә түрәләре лә үҙебеҙҙә эшләп сығарылған автомобилдәрҙә йөрөргә тейеш", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды хөкүмәт башлығы.

Уның фекеренсә, "ҡайҙалыр тыйнағыраҡ булыуҙың" бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ.

 Киреһенсә, яҡшыраҡ буласаҡ. Беҙҙең  чиновниктар илебеҙ брендтарын, ватан автомобилдәрен, үҙебеҙҙә етештерелгән башҡа продукцияларҙы  үҫтереүгә ынтылырға кәрәклеген аңларға тейеш. Һәм йәшәү сифаты барыһынан элек шуға йүнәлтелергә тейеш ", - тип өҫтәне Путин.

Рәсәй предприятиелары дәүләт структуралары өсөн  автомобилдәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерә аласаҡ, тип хәбәр иттеләр  президент белдереүенән һуң Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында.

Р.УСМАНОВА.

 

Түрәләр  Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәрҙә йөрөргә тейеш
Түрәләр Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәрҙә йөрөргә тейеш
Автор:Роза Сафина
Читайте нас