Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Август 2023, 05:55

Ижади иҡтисад үҙәгебеҙ буласаҡ

Ҙурлығы  буйынса баш ҡаланан ҡала икенсе урында торған  Стәрлетамаҡта Башҡортостандың  ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты башланғысы менән Ижади иҡтисад үҙәге булдырыласаҡ.

ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитетының матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, Ижади иҡтисад үҙәге ҡаланың ижади халҡының профессиональ күнекмәләрен үҫтерергә ярҙам итәсәк. Бында бизнес-планлаштырыуҙа ярҙам алырға, табышты арттырыу һәм үҙ продукцияңды рекламалау өсөн, шул иҫәптән онлайн мөхиттә, инструменттар тураһында белергә мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, Үҙәк эше сиктәрендә тупланған тәжрибәне дөйөмләштерәсәктәр, кеше капиталын үҫтереү һәм төбәктең инвестиция йәлеп итеүсәнлеге үҫеше өсөн шарттар булдырасаҡтар.

 - Яңы Үҙәк  һөнәрселек тармағына яңынан төшөнөргә һәм төбәк һәм халыҡ-ара кимәлдә алға ебәрергә мөмкинселек бирәсәк, - тип хәбәр иттеләр БР-ҙың  ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетында.

Стәрлетамаҡта һөнәрселек йылдам үҫешә. Былтыр ҡалабыҙ ижади индустриялар мәктәбен булдырыуға 39 миллион һумлыҡ федераль грант алды. Ә быйыл яҙғыһын урындағы халыҡ Стәрлетамаҡты ЮНЕСКО-ның "Һөнәрселек һәм халыҡ ижады" йүнәлеше буйынса Ижади ҡалалар селтәренә индерергә тәҡдим итте. Заявка Парижда ЮНЕСКО секретариатында техник һайлап алыу үткән дә инде.

Ижади иҡтисад үҙәге проекты РФ Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин  2021 йылда раҫлаған 2030 йылға тиклем Ижади индустрияларҙы үҫтереү концепцияһына ярашлы тормошҡа ашырыла

 Р.САФИНА.

Фото ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитетының матбуғат хеҙмәтенән алынды.

 

Ижади иҡтисад үҙәгебеҙ буласаҡ
Ижади иҡтисад үҙәгебеҙ буласаҡ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас