

Алғы һыҙыҡтан әйләнеп ҡайтҡандарҙың күбеһенә физик һәм психологик реабилитациянан башлап документтар юллауға тиклем ярҙам кәрәк. Уларҙың ҡайһы берҙәре йәрәхәтләнеү сәбәпле эшләй алмай, шуға күрә, улар айырыуса социаль координаторҙар ярҙамына мохтаж.
Ярҙам алыу өсөн Өфөлә Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан фонд филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Эш ваҡыты - 9:00-18:00, телефон: 7 (347) 268-01-02.
Белгестәр һәр кемгә булышлыҡ итергә әҙер. Ветерандарға:
- инвалидлыҡ, реабилитация һәм абилитация буйынса шәхси программа юлларға;
- техник реабилитация саралары һәм протездар алырға;
- социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыусыға шәхси программа әҙерләргә;
- өйҙә социаль хеҙмәтләндереү йәки тәрбиә ойошторорға;
- торлаҡты ветеран ихтыяжы өсөн яраҡлаштырырға;
- һәр төрлө өлкәлә башҡа бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәләр.
Ентеклерәк мәғлүмәт менән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының рәсми сәхифәһендә танышығыҙ
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
#мерыподдержки