Ул, алып ташлау проактив режимда бирелһен һәм граждандарға ауыр булмаһын өсөн, алып ташлау суммаһын ғына түгел, ә иһә уның ихтыяжын да күтәреү мөһим, тип билдәләне.
Рәсәй Федерацияһының профилле власть органдары шулай уҡ алдағы өс йылға әсәлек капиталы үҫеше проектын да тәҡдим итте. Был турала РБК Рәсәй Пенсия фонды бюджеты проектына һылтанма менән хәбәр итә.
Документҡа ярашлы, 2023 йылда беренсе бала тыуған өсөн түләү 616,3 мең һум, икенсе бала өсөн 814,4 мең һум тәшкил итәсәк. 2024 йылда беренсе бала тапҡан өсөн 653,9 мең һум, икенсе бала өсөн 864,1 һум түләнәсәк. 2025 йылда 680,1 мең һум һәм 898,7 мең һум түләйәсәктәр.
Әле беренсе бала тапҡан өсөн түләү 524 527 һум, икенсе балаға – 693 144 һум.
Күрһәтелгән мәғлүмәт Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең барыһына ла ҡағыла.
Р.ЗАМАНОВА.